|
![]() Яңылыҡтар
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевҡа Өфөлә һәйкәл асылырмы?Ҡырмыҫҡалы районында арҙаҡлы башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир, ғалим Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевҡа тыуыуына 180 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үтте. Билдәле ғалим, башҡорттарҙан тәүге тыуған яҡты өйрәнеүсе 1841 йылда Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылында тыуған.
«Башҡорт халҡы ырыуҙары, шул иҫәптән, беҙҙең Табын ырыуының да, тарихын тергеҙеүгә күп көс һалған шәхес ул. Быны мин Табын ырыуы ҡоролтайы етәкселәренең береһе булараҡ әйтәм. . Беҙ мотлаҡ уның эшен дауам итергә тейеш. Ғалим, тәржемәсе, дәүләт эшмәкәре-районыбыҙҙың ғорурлығы. Беҙ Табын ырыуы йыйынының резолюцияһына Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевҡа Өфөлә һәйкәл асыу тәҡдимен индерәбеҙ. Ул тәүге тыуған яҡты өйрәнеүсе генә түгел, башҡорттарҙан тәүге журналист та”,- ти Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Фәнил Ҡоҙаҡаев. Музей 1991 йылда асылған. Уға нигеҙ һалыусыларҙың береһе- Ғәзимйән Ибраһимов, ул оҙаҡ йылдар музейҙың етәксеһе булып эшләй, материалдар йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Арҙаҡлы мәғрифәтсенең тыуыуына 180 йыл тулыуға арналған тантанала Ғәзимйән Ибраһимовҡа Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге маҡтаулы билдә тапшырылды. «Беҙҙең музейға быйыл 30 йыл. Сатлама һыуыҡтарҙа ошо бураны күтәреп йөрөгәндәребеҙ һаман иҫемдә. Музей 8 сентябрҙә асылды. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың бүләһе Рихард Өмөтбаев бик күп материалдар тапшырҙы. Ауылдаштар ҙа музейҙы тулыландырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Тарихыбыҙҙы һаҡлау һәм киләһе быуындарға арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен еткереү, уларҙың бөйөк эштәренең әһәмиәтен юғалтмау- беҙҙең изге бурысыбыҙ»,- ти Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Ғәзимйән Ибраһимов. Сарала ҡатнашыусылар Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейын ҡараны. Бында бөйөк ғалимдың баһалап бөткөһөҙ мираҫы һаҡлана. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәренә ҡоролтайҙың рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар- Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов, танылған ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов, журналист, билдәле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Фәнил Ҡоҙаҡаев, Милли әҙәби музей директоры Гөлдәр Моратова, шағирә Дилә Булгакова, ғалимдар- филолгия фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяров, филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт Ҡунафин ҡатнашты. «Әҙәби һәм йәмғиәт эшмәкәрлегенең ҡоласы, ғилми ҡыҙыҡһыныуҙарының киңлеге, зиһененең үткерлеге һәм һиҙгерлеге, егәрлелеге һәм туған халҡына бар булмышын биреп хеҙмәт иткән ысын патриот булыуы менән ул башҡорт мәҙәниәте майҙанында үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ бер фигура булып ҡалҡып тора», - ти филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт Ҡунафин. Ҡырмыҫҡалы районы талантлы кешеләргә бай. Өмөтбаевтың исеме был исемлектә айырым урын алып тора, ти ҡырмыҫҡалылар. «Башҡорт тарихы йылында был сара айырыуса оло әһәмиәткә эйә. Беҙ ҙә тыуған яҡты өйрәнеүгә етди ҡарайбыҙ. Әле тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте менән берлектә тарихү тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыу буйынса эш башланыҡ. Әле материалдар туплана, музей залдарын төҙөү, биҙәү кеүек эштәр бара», - ти Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Гөлнара Иҫәнбаева. Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев 1841 йылдың 21 авгусында Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе Йомран-Табын волосының (хәҙер Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы) Йомран-Ибраһим ауылында тыуып үҫә.
|