|
![]() Яңылыҡтар
Күңелем — БашҡортостандаЯҡташыбыҙ, һөнәре буйынса инженер-механик, күрше Татарстанда ҙур ойошмаларҙа етәксе вазифаларҙа эшләгән Йәдкәр Әхәт улы Бәшировтың биографияһы бик бай. Ул Көйөргәҙе районының Яңы Аллабирҙе ауылында тыуған. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Баязит Бикбай исемендәге премия лауреаты, үҙешмәкәр рәссам, «Бөйөк Башҡорт иле», «Башҡорт хан», «Урал һәм Волга буйы халыҡтары тарихына яңы ҡараш» һәм башҡа тарихи китаптар авторы.
«Тыуыу тураһындағы таныҡлыҡта «татар» тип яҙылғанмын. Башта Ырымбур өлкәһенең Троицкий районында — урыҫ, артабан VII кластан һуң, Мораптал урта мәктәбендә татар класында уҡып, аттестат алдым. Силәбе политехник институтын тамамланым.
Быға тиклем киң аудиторияға билдәле булмаған сығанаҡтар табыуым Урал һәм Волга буйында монгол яуҙарына тиклем йәшәгән боронғо башҡорттар, татарҙар һәм башҡа халыҡтар тураһында тарихи мәғлүмәттәр тупларға ярҙам итте. Ҡыҫҡаһы, китаптарым минең кеүек үҙ нәҫелен, ырыуын, ырыу тарихын белергә теләүселәр өсөн яҙылған. Башҡорт икәнлегемде аңлағас, психологик һынылыш кисерҙем, тигәйнем. Эш шунда: беҙ — социализм осоронда нығынған быуын. Ул саҡта этностар араһындағы айырмалыҡтарҙы анализлау уйы бер кемдең башына ла инеп сыҡманы. Заман идеологияһы тигеҙлек, кешеләрҙең бер-береһенә туғанлығына нигеҙләнде. Милләтең, ниндәй телдә һөйләшеүең — мөһим түгел. Бөтәһе лә берҙәмлектә, дуҫлыҡта йәшәне. Минең тыуған ерем — Башҡортостан. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, яҡташтарыма хужалыҡ мәсьәләләрендә, ғөмүмән, ҡулымдан килгәнсә ярҙамлашырға тырыштым. Башҡортостанда тыуып үҫеп, Татарстанда йәшәгән яҡташтарым үҙ-ара осрашып, төрлө сараларҙа ҡатнашып көн итә. Һәр халыҡ үҙенең үткәнен ата-бабалары ҡалдырған мираҫҡа, документтарға таянып яҙа, ә туған тел, мәҙәниәт, ғөрөф-ғәҙәттәр балаға әсә һөтө менән бирелә. Баштараҡ әйтеүемсә, ауылым тураһында китап әҙерләгәндә бик күп материалдар өйрәндем, тупланым, бәғзеләре ҡулланылмай ҡалды. Улар миңә башҡорт халҡының ни тиклем күп яҡлы, бай мәҙәниәтле, тәрән тамырлы, ҙур ырыуҙарҙы берләштергән көслө халыҡ икәнлеген асты», — тип белдерә Йәдкәр Әхәт улы. |