|
![]() Яңылыҡтар
Стәрлебаш районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырышы үттеЙәмәғәт ойошмаһының урындағы бүлексәһе ултырышында район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов, район хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Флүр Шаһисолтанов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, ғалимдар филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов, тарих фәндәре кандидаттары Нурислам Ҡалмантаев, Әхәт Сәлихов, урындағы башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре ҡатнашты. Ултырышта ҡаралған һорауҙар даирәһе бик киң булды. Улар араһында: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлебаш районында Юрматы ырыуы йыйынын уҙғарыу тәҡдиме, тыуған яҡты өйрәнеү, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар планы, Стәрлебаш районында башҡорт телен уҡытыу кимәле, урындағы ҡоролтай эргәһендә эшләп килгән ата-әсәләр комитетының эше, Рәсәй фәндәр академияһының Lingvodoc (Лингводок) проекты һәм уның файҙалы яҡтары менән таныштырыу. «Лингводок — Рәсәй фәндәр академияһы һәм Томск дәүләт университетының уртаҡ проекты. Был система юғалыу хәүефе аҫтында булған телдәрҙе күмәкләп документацияларға, күп ҡатлы һүҙлектәр төҙөргә, тауыш яҙмалары менән ғилми эштәр яҙырға мөмкинлек бирә. Унда һүҙлек базаларын бөтә ҡулланыусылар ҙа бер юлы тулыландыра. Бөгөн беҙ башҡорт теле диалекттарының боронғо яңғырашы тураһында фараздар ғына йөрөтә алабыҙ. Лингводок беҙгә ярҙам итер ине. Иң тәүҙә беҙгә әкиәттәрҙе, риүәйәттәрҙе сифатлы итеп яҙҙырырға кәрәк. Программа был яҙмаларҙа өндәр төҙөлөшөн анализлай. Яһалма интеллект диалект үҙенәлектәрен ғалимдарға ҡарағанда тиҙерәк таба. Был бик етди эш һәм беҙгә уға ҡушылырға кәрәк»,— тип билдәләне Башҡорт дәүләт университеты доценты Искәндәр Сәйетбатталов. «Районда башҡорт телен һаҡлау, үҫтереүгә, милләтебеҙҙең тарихын өйрәнеүгә иғтибар ҙур. Мәктәп уҡыусылары төрлө республика конкурстарында ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Бөгөнгө осрашыуҙа Ҡоролтай етәкселеге Юрматы ырыуы йыйынын Стәрлебашта уҙғарыу тәҡдиме менән сыҡты. Был осраҡлы түгел, сөнки Тәтегәс бей тамырҙары ла тап беҙҙең яҡтарҙан. Ғөмүмән алғанда, Стәрлебаш — бай тарихлы төбәк»,— тип ултырыштан тәъҫораттары менән уртаҡлашты Стәрлебаш районы хакимиәтенең методисы, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Миләүшә Ғәлиева. Ултырышта Стәрлебаш мәҙрәсәһен тамамлаусыларҙың башҡорт мәҙәниәте үҫешенә индергән өлөшө айырым һыҙыҡ аҫтына алынды. Шундай шәхестәрҙең береһе булған Мөхәмәтшакир Туҡаевҡа ултырыш сиктәрендә район үҙәгендә һәйкәл асылды. Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренең биографияһын тарихсы Әхәт Сәлихов төплө өйрәнеп, архив документтарына нигеҙләнгән белешмә нәшер иткән. «Мөхәмәтшакир Туҡаев беҙҙең бик данлыҡлы яҡташыбыҙ. Ул революцияға тиклем 1907-1912 йылдарҙа ике саҡырылышта Дәүләт думаһы депутаты була. Башҡортостандың, ул ваҡытта Өфө губернаһының депутаты була, Мосолмандар фракцияһында тора. Әйткәндәй, ул Стәрлебаш мәҙрәсәһен уҡып сыҡҡан, мәғрифәтселек эшен алып бара, тыуған яғы тарихы менән дә ҡыҙыҡһынған. Шуға уның исемен мәңгелләштереү бик мөһим»,— тип билдәләне үҙ сығышында тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов түңәрәк өҫтәлен ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп артабанғы хеҙәттәшлеккә өмөтөн белдерҙе. |