ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

VI CIOFF® Бөтә донъя фольклориадаһы республика буйлап сәфәрен башлай

5 июль 2021, 12:03

Бөгөн коллективтар 4 фестиваль округы буйлап тарала. Сағыу концерт программалары республиканың 22 мунициапль берләшмәһендә үтәсәк.
Бөгөн сәғәт берҙә (13.00) фестиваль Салауат ҡалаһында «Нефтехимик» мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда башлана. Тамашасылар Австрия, Боливия, Словакия, Греция, Мексика, Индонезия, Рәсәй илдәренең мәҙәниәте менән таныша ала.

Сәғәт өстә (15.00) Камерун, Палестина, Франция, Белоруссия, Төньяҡ Македония, Перу, Эквадор, Румыния коллективтары Мишкә ауылында «Триумф» физкультура-һауыҡтырыу комплексы янында сығыш яһай.
Ошо уҡ ваҡытта фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Дүртөйлө районы ҡабул итә. Дүртөйлө ҡалаһы хакимиәте бинаһы алдында Әзербайжан, Хорватия, Һиндостан, Эстония, Чили, Парагвай һәм Бенин ижади коллективтары сағыу тамаша күрһәтә.
Ижади форумда республика исеменән ҡала һәм райондарҙан ижади коллективтар сығыш яһай.
Сит ил ҡунаҡтарының сығышын Өфө ҡалаһында ла күрергә мөмкин. Сәғәт икелә (14.00) «Торатау» Конгресс-холында Польша, Панама, Италиянан ижади ансамблдәр тамаша тәҡдим итә.

Сәғәт алтыла (18.00) «Торатау» Конгресс-холы амфитеатрында Болгария, Испания, Ҡаҙағстан, Колумбиянан ҡатнашыусылар концерт ҡуя. Кисәнең хедлайнерҙары- Ырымбур дәүләт академия рус халыҡ хоры, Рәсәй башҡарыусыһы Тина Кузнецова һәм Zventa Sventana фолк проекты.
Көн дә сәғәт 11-ҙән алтынсы яртыға тиклем (11.00 - 17.30) БР Милли музейында «Донъя халыҡтары битлектәре» күргәҙмәһе һәм «Донъя халыҡтарының музыка уйын ҡоралдары» халыҡ-ара фотокүргәҙмә эшләй. Инеү бушлай, битлектә килергә.

Уртаҡлашыу