|
![]() Яңылыҡтар
Яңы Байрамғол ауылында мең йыллыҡ шишмә яңыртылды
Эльвира Айытҡолова ярҙамында мең йыллыҡ шишмәне яңыртылды Бөгөн халыҡ Яңы Байрамғол ауылы халҡы «Фәйез шишмәһе»нең яңырыуын байрам итте. БР Дәүләт Йыйылышы вице-спикеры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ауыл халҡы ярҙамы менән «Фәйез шишмәһе»н төҙөкләндерҙе. Эштәр «Атайсал» проекты сиктәрендә башҡарылды.
«Яҡташтарыбыҙ был шишмәне яҡшы белә. Фәйез ҡойоһо Иҫке Байрамғолдағы йылына бер тапҡыр, яҙ көнө генә аҡҡан Әүлиә шишмәһе кеүек үк киң билдәле. Уның һыуы шифалы иҫәпләнә», - тип һөйләне Эльвира Айытҡолова.
Әйткәндәй, Фәйез шишмәһенең мең йыллыҡ тарихы бар. Ололар һөйләүенсә, Х быуаттар тирәһендә был тирәлә Фәйзулла ишан йәшәгән, урындағы халыҡ уны изге тип иҫәпләгән. Вафатынан һуң уны яҡындағы тауҙа ерләгәндәр, шуға ла ошо сығанаҡ уның исеме менән аталған. Татыу Яңы Байрамғол халҡы Эльвира Айытҡолованың башланғысын күтәреп ала. Яңы ҡойма, ял итеү урыны төҙөлә, һуҡмаҡтар һалына, шишмә тирәһе бетонлана. Ә асыу тантанаһын ысын байрам итеп ойошторалар – доға ҡылғандан һуң концерт һәм күмәк сәй эсеү үтә. «Һыу — йәшәү сығанағы. Шишмәләр бергә йыйылып көслө йылғалар барлыҡҡа килтерһә, кешеләр ҙә бергәләшеп ҙур эштәр башҡара ала», - ти «Йома» программаһы етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Морат Лоҡманов. Журналист фекеренсә, Фәйез шишмәһе республиканың исламға бәйле иҫтәлекле урындары исемлегенә индерелеүе ихтимал. «Атайсал» проектының потенциалы саҡ асыла башланы, тип иҫәпләй Эльвира Айытҡолова. «Проект фекерҙәштәрҙе берләштерә, иң мөһиме, яҡташтарыбыҙға, тыуған төйәгебеҙгә ысынлап ярҙам итә. Төҙөкләндерелгәндән һуң һуң Фәйез шишмәһе ауылдың биҙәге булыр, тип ышанам, бында төрлө байрамдар үткәрергә мөмкин. Ул туристар өсөн дә матур объект булыр тип өмөтләнәбеҙ. Күмәкләп күберәк эшләй алабыҙ», - ти Эльвира Айытҡолова. Белеүегеҙсә, «Атайсал» проекты Радий Хәбиров башланғысы менән март айында эшләй башланы. Һәр кем тыуған яғына йәки сайттан һайлап алып ниндәйҙер төбәккә тҡулынан килгән ярҙам күрһәтә ала. |