ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Ҡашҡарҙар түңгәүерҙәрҙе йыйып ауыл тарихын барланы

20 июнь 2021, 14:41

Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында «Минең ауылым тарихы» халыҡ байрамы һәм Түңгәүер ырыуы йыйыны үтте. Байрам сиктәрендә ауылға нигеҙ һалыусы Ҡашҡар Мамытовҡа стела һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асыу, Ырыуҙаштар аллеяһын ултыртыу тантаналары булды.

Сарала Йылайыр районы башлығы Борис Мелкоедов, Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев, Мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова, билдәле актер, ырыу ҡоро башлығы Хөрмәтулла Үтәшев, Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе, "Артстудия"Проект" йәмғиәте директоры Гүзәл Яубаҫарова, ғалимдар Азат Ярмуллин, Фуат Сөләймәнов, Әхтәр Ғайсин, Илшат Бахшиев, төнъяҡ-көнбайыш башҡорттарын берләштергән «Без башкортлар» хәрәкәте етәксеһе Радик Бахтиев, төрлө райондарҙан Түңгәүер ырыуы вәкилдәре ҡатнашты.

Түңгәүер ырыуы йыйыны барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының саралар майҙаны эшләне. «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы, «Аҡбуҙат» балалар журналы мәктәп уҡыусылары өсөн үҙ программалын тәҡдим итте, уҡтан атыу, таяҡ тартыу кеүек милли уйындар буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Сибай концерт-театр берекмәһе артистарының Сәрүәр Сурина сценарийы буйынса Сулпан Асҡарова ҡуйған «Минең ауылым тарихы» исемле театрлаштырған тамашаһынан һуң Түңгәүер ырыуы йыйынының пленар ултырышы үтте.

Йыйынды район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов асып тарихты белергә, өйрәнергә саҡырҙы. Хөрмәтулла Үтәшев Түңгәүер ырыуы йыйынын эстафета рәүешендә йыл һайын бер районда үткәрергә, урындарҙа магазин йәки башҡа ойошмаларҙы милли, ерле исемдәр менән атарға, төбәктәрҙә «Атайсал» проектында ҡатнашырға өндәне.

Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалының доценты, тарих фәндәре кандидаты Фуат Сөләймәнов Түңгәүер ырыуы хәрәкәте менән таныштырҙы. Түңгәүер, Үҫәргән, Бөрйән ырыуҙарының тик башҡорттарҙа ғына булыуын, башҡа ырыу атамаларының туғандаш төрки халыҡтар ҡабатланыуын билдәләне.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең хисаплау үҙәге менән математика институтының физика-математика фәндәре докторы Әхтәр Ғайсин тыуған Ҡырҙас ауылы тураһында бик күләмле сығыш әҙерләгән ине.

Р.Ғ.Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының Көньяҡ Урал археологик мираҫ бүлеге мөдире, тарих фәндәре кандидаты Илшат Бахтиев Йылайыр районының археология ҡомартҡылары менән таныштырып ошо урындарға туристик маршруттар төҙөү мөмкинлеге хаҡында һөйләне.

«Без башҡортлар» хәрәкәте етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты белгесе Радик Бәхтиев республиканың төнъяҡ-көнбайышында ун биш башҡорт ырыуы йәшәүен, уларҙың диалекты әҙәби телдән айырылып торһа ла, был халыҡтар үҙҙәрен башҡорт тип иҫәпләүен, шуға ла уларҙы ситкә типмәҫкә, бергә булырҙа, берҙәм булырға саҡырҙы.

«Без башҡортлар» хәрәкәте етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты белгесе Радик Бәхтиев республиканың төнъяҡ-көнбайышында ун биш башҡорт ырыуы йәшәүен, уларҙың диалекты әҙәби телдән айырылып торһа ла, был халыҡтар үҙҙәрен башҡорт тип иҫәпләүен, шуға ла уларҙы ситкә типмәҫкә, бергә булырҙа, берҙәм булырға саҡырҙы.

Артабан төрлө райондарҙан килгән Түңгәүер ырыуы вәкилдәре һүҙ алды. Баймаҡ районынан Рим Йәнбирҙин, Белорет районынан Наилә Шакирова, Бөрйәндән Мәүлит Мөхәмәтйәнов, Хәйбулланан Зилә Ҡашҡарова, Йылайыр районынан Ильяс Таҡалов үҙ төбәктәрендәге Түңгәүер ауылдары, уларҙың көнитмеше тураһында һөйләп үтте.

Түңгәүерҙәр ҡурайсылары менән дан тотҡан ҡәүем. Шуға ла йыйын һуңында ҡабул ителгән резолюцияға Йомабай Иҫәнбаев менән Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа тыуған яҡтарында, милли музыка ҡоралыбыҙ ҡурайға Өфөлә һәйкәл ҡуйыу тәҡдимдәре индерелде. Шулай уҡ түңгәүерҙәрҙең данлыҡлы дин әһеле, ғалим, әүлиә Ғатаулла ишан Әбделмәликовтың шәхесен ололау, хәтерен мәңгеләштереү, рухи ҡиммәтәрен халыҡҡа ҡайтарыу маҡсатында, хеҙмәттәрен, ижади эштәрен эҙләп табып, туплап, баҫтырып сығарыу; түңгәүерҙәрҙең тарихына, арҙаҡлы шәхестәренә, матди һәм рухи мираҫына бағышланған «Түңгәүер ҡамусы» исемле энциклопедия әҙерләп нәшер итеү; республика мәктәптәрендә, юғары уҡыу йорттарында «Башҡортостан тарихы» дәрестәрен уҡытыуҙы тергеҙеү; бынан тыш газы, кәрәҙле бәйләнеше булмаған ауылдарҙа ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү; тау-байыҡтырыу предприятиялары эшләп килгән райондарҙа был ойошмаларҙың законлы эшләүен, халыҡ сәләмтелегенә зыян килтерелмәүен мониторинглау кеүек тәҡдимдәр ҙә теркәлде.

Йыйын һуңында Ырыу ҡоро билдәләнде, уның рәйесе вазифаһы бер тауыштан йәнә Хөрмәтулла Үтәшевҡа тапшырылды. Киләһе сара Табын ырыуы ерендә — Учалы районында үтә. Түңгәүерҙәр үҙ штандартын да булдырған, Ырыу йыйынын Әбйәлил районы ҡабул итеп алды, киләһе йыл ырыуҙаштар ошо төбәккә йыйыласаҡ.

Уртаҡлашыу