|
![]() Яңылыҡтар
Әнүәр Әсфәндиәровтың исеме Өфөләге урамға биреләсәкБөгөн Өфө ҡалаһының Мөбәрәков урамында күренекле башҡорт ғалимы, тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Әнүәр Әсфәндиәров йәшәгән йортта уның иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылды. Тантанала Әнүәр Закир улының туғандары һәм тормош иптәше Клара Миһран ҡыҙы, дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, яҙыусылар, мәктәп уҡыусылары һәм башҡа бик күп кеше ҡатнашты. Таҡтаташ асыуҙы Башҡорт дәүләт университетының Тарих факультетын тамамлаусылар ассоциацияһы Киров районы хакимәте менән берлектә ойошторған.
Йыйылыусыларҙы БР Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов сәләмләне. «Әнүәр Закир улын хаҡлы рәүештә эпоха кешеһе тип атарға мөмкин. Уның китаптары фундаменталь характерға эйә һәм бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай. Быйыл ғына беҙ уның ике фундаменталь хеҙмәтен — «Ауылдар тарихы» һәм «Минзәлә башҡорттары ауылдары» ҡабаттан баҫтырып сығарҙыҡ. Уның китаптары, исеме, ғилми мираҫы Башҡортостан Республикаһының тарихи белем һәм тарих фәнен үҫтереү менән айырылғыһыҙ бәйле. Бөгөн республиканың дәүләт сәйәсәте уның ижади мираҫына таянып тормошҡа ашырыла, тиергә лә була. Мемориаль таҡтаташ асыу бөйөк ғалим һәм уҡытыусы иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса бер кескәй аҙым булып тора. Киләсәктә Әсфәндиәров уҡыуҙарын ойоштороу, Өфө ҡалаһы урамдарының береһенә уның исемен биреү һәм башҡа саралар планлаштырылған », - тине Азат Бадранов. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова патриотик тәрбиә биреүҙә Әнүәр Әсфәндиәров хеҙмәттәренең баһалап бөткөһөҙ булыуын билдәләне. «Әнүәр Закир улының ғилми тикшеренеүҙәре ентеклелеге, теүәллеге һәм сығанаҡтарға таяныуы менән айырылып тора. Ул элек баҫылмаған бик күп документтар табып ғилми әйләнешкә индерҙе. Уның Башҡортостан ауылдары тарихы буйынса эше мөһим ижтимағи әһәмиәткә эйә. Әнүәр Әсфәндиәровтың хеҙмәттәре аша бик күп кешеләр үҙҙәренең тамырҙары тураһында белде, ғаилә тарихына ҡағылыу мөмкинлегенә эйә булды. Тарихсының республиканан тыш тарихи Башҡортостан ерҙәрендә башҡорт ауылдарына ҡағылышлы мәғлүмәттәр өйрәнеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡоролтай тарихи хәтерҙе тергеҙеү буйынса әүҙем эш алып бара. Беҙ милли үҙаңды тергеҙеүҙә мөһим роль уйнаған башҡорт ырыуҙары съездарын үткәрәбеҙ. Был эштә Әсфәндиәров тапҡан һәм баҫтырған мәғлүмәттәр бик ныҡ ярҙам итә. Тарихи мәғлүмәттәр — беҙҙең ышаныслы таянысыбыҙ, ә ҡайһы берҙә нигеҙһеҙ тарихи спекуляцияларға ҡаршы тороу өсөн ҡорал. Мемориаль таҡтаташ — күренекле ғалимыбыҙҙы онотмауыбыҙ билдәһе, ләкин иң мөһиме — ул әле лә көнүҙәк һәм кәрәкле һаналған хеҙмәттәрендә йәшәй», — тине Эльвира Ринат ҡыҙы. Артабан тарихсылар, Әнүәр Әсфәндиәровтың коллегалары, туғандары сығыш яһаны. Сара таҡтаташ алдына сәскәләр һалыу менән тамамланды. Белешмә. Әнүәр Әсфәндиәров Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуған. Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң Өфөнөң 1-мәктәп-интернатында (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһы) тарих уҡытыусыһы булып, һуңынан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. XVIII һәм XIX быуаттың беренсе яртыһында Башҡортостандың сәйәси, ижтимағи-иҡтисади тарихы проблемаларын, төбәгебеҙҙең ауылдар һәм ҡалалар тарихын өйрәнә. Башҡорттарҙың, мишәрҙәрҙең, типтәрҙәрҙең хәрби хеҙмәте, кантон идаралыҡ системаһының үҙенсәлектәре, башҡорттарҙа ғаилә һәм ғаилә ҡороу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһына. 1974 йылдан алып Әнүәр Әсфәндиәровтың тормошо һәм ижады Башҡорт дәүләт университеты менән өҙөлмәҫлек булып бәйләнә. Әнүәр Закир улы 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, 20-нән ашыу китап һәм монография сығарған. Улар Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур, Ҡазан, Пермь, Һарытау, Һамар, Силәбе һәм башҡа ҡалалар архивтарында күп йылдар тикшеренеү һөҙөмтәһе. Уның ун китаптан торған "Башҡортостан ауылдары тарихы" тигән хеҙмәте киң билдәлелек яуланы. Ғалим фән өлкәһендә юғары абруй ҡаҙанды, республикала һәм унан ситтә киң танылыу яуланы.
Әнүәр Закир улы Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт, Ә. Вәлиди исемендәге халыҡ-ара һәм В. П. Бирюков исемендәге Урал премиялары лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев ордендары кавалеры. |