|
![]() Яңылыҡтар
Гәзит-журналдар дуҫтарын йыйҙыБөгөн Өфөләге Матбуғат йорто алды майҙанында Матбуғатҡа яҙылыу көнө үтте. 14 июнь — Башҡортостандың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы алдынан бар баҫмаларҙы берләштергән «Башкортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ошондай байрам сараһы ойошторҙо. Халыҡ гәзит-журналдарға яҙылды, күптән күрмәгән таныштарын осратып аралашты, республика сәхнә йондоҙҙары сығыштарын ҡараны. Байрамға йыйылған халыҡты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова, «Республика Башҡортостан» нәшриәт йортоноң генераль директоры Фәнүр Йәғәфәров, республиканың Журналистар союзы рәйесе, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов сәләмләне. «Беҙҙең баҫмаларға оҙон ғүмер, осло ҡәләмле авторҙар, рәхмәтле уҡыусылар теләйем. Әле генә Ринат Рамазанов йырлағанса, бергә булайыҡ. Бөгөнгө осраҡта бергә булыу — гәзит-журналдарға теләктәшлек күрһәтеү, уларға яҙылыу. Яңыраҡ юғары кимәлдә Медиайыйын үтте, уның һөҙөмтәләре буйынса ҡарарҙар сығарылды, республика Башлығы йөкләмәләре лә бар. Киң мәғлүмәт сараларына артабанғы үҫеш өсөн был ҙур импульс», — тине Эльвира Ринат ҡыҙы сығышында. Артабан һәр баҫма исеменән сығыштар булды, улар концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Майҙанда йыйылған халыҡ «Арғымаҡ» төркөмө, Айҙар Ғәлимов, Рөстәм Ғиззәтуллин, Радик Динәхмәтов, Светлана Хәкимова һәм башҡа артистарҙың йырҙарын, Роберт Юлдашев, Юлай Ҡасимовтың ҡурай моңдарын тыңлап кинәнде. Сара һуңында тәмле күстәнәс әҙерләнгән ине — баҫмаларға яҙылыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр уйнатылды. Төп приз — телевизор «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тоғро уҡыусыһы йортона Шамонин ауылына юлланды. Микротулҡынлы мейес шағирә Тамара Юлдашеваға эләкте, ә «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре Даян Мәзитов мультиваркалы булды. Бынан тыш ике тиҫтәгә яҡын вағыраҡ бүләктәр уйнатылды. Бөгөнгө сарала республикала сыҡҡан гәзит-журналдарҙың тоғро дуҫтары — уларға яҙылып, яратып уҡып барған, мәҡәләләре менән сығыш яһаған, ошо өлкәләге хәлдәрҙе күҙәтеп барған, һәр даим хәбәрҙар булған, милли телдә сыҡҡан баҫмалар яҙмышына битараф булмаған кешеләр йыйылған ине. Был осрашыу-аралашыу байрамы барыһының да күңеленә хуш килде, халыҡ рухланып, дәртләнеп таралышты. |