VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Шайморатов ауылында - Башкавдивизия яугирҙары вариҫтары

9 июнь 2021, 18:14

Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов ауылында бөгөн "Шайморатовсылар - легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары" белешмәһенең презентацияһы үтә.
Тантана Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Бөгөн бында Башкавдивизия яугирҙарының яҡындары- балалары, ейәндәре, бүләләре һәм “Шайморатов вариҫтары” проектында әүҙем ҡатнашҡан, ҡаһармандарҙың исемен мәңгеләштереүгә өлөш индергән кешеләр. Тантанала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, "Башҡортостан энциклопедияһы" ғилми нәшриәте, Хәрби Дан һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙары вәкилдәре, Нуриман, Йәрмәкәй, Илеш, Белорет, Салауат, Стәрлебаш, Учалы, Ишембай райондарынан, Өфө, Сибай, Учалы, Октябрьский ҡалаларынан делегаттар ҡатнаша. Сараға килеүселәрҙе Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров сәләмләне.

Был тантана төбәк-ара сараға әйләнде. Шайморатов ауылына Тверь өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Марат Бәхтиев килде. Уның ҡартатаһы ла 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында хеҙмәт иткән.

«Минең ҡартатайым Дилмөхәмәтов Хафиз Закир улы Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылынан. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294 полкында хеҙмәт итә. 1942 йылдың 26 ноябрендә һәләк була. Ҡара ҡағыҙҙа яҙылыуынса, Ростов өлкәһе Степаново ауылында ерләнгән. Шул урында Башкавдивизия яугирҙары иҫтәлегенә стела асырға ниәтләйбеҙ. Унда дүрт яугирҙың исеме буласаҡ», - ти Тверь өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Марат Бәхтиев.

Был эште ул Ростов өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мәхмүт Сәлимов менән башҡаралар. Стеланың быйыл ҡуйылырына ышанысы ҙур.

Нуриман районынан һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Долорес Хамматова проект өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.


««Шайморатов вариҫтары» проектының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Йәш быуын ил киләсәге өсөн башын һалған ҡаһармандарҙы белеп үҫергә тейеш, уларҙың батырлығы онотолорға тейеш түгел. Беҙ, Нуриман районы ветерандары, Шайморатов генерал ерендә өсөнсө тапҡыр. Килгән һайын рухланып, ата-бабаларыбыҙ исемен мәңгеләштереү эшен дауам итергә дәрт алып ҡайтабыҙ. Проект дауам итһен, был бик кәрәкле эш! » — тине Долорес Хамматова.

Октябрьский ҡалаһынан Зөлфиә Сафиуллина ла "Шайморатов вариҫтары" проектының мөһимлеген билдәләп үтте. Был эш үҫһен һәм тамырлы булһын тигән ишара менән, ул һәйкәл янына сәскәле ҡыуаҡтар ултыртырға тәҡдим итә.

Ҡартатаһы Вәли Заһит улы Һибәтуллин һуғыштан атта ҡайтып төшә, мылтығы ла була. Зөлфиә Ғәйфулла ҡыҙы ҡартатаһының үткәнен, шәжәрәһен ныклап өйрәнә, уның тураһында яңы мәғлүмәттәр табырына ышана.

Эльза Саттарованың да атаһы һуғыштан имен-һау әйләнеп ҡайта. Ғүмере буйы үҙенең тыуған Ҡырмыҫҡалы районында балалар уҡыта. Математика уҡытыусыһы булып эшләй. Биҡҡужин Абдулхак Закир улы 1941 йылдың 7 ноябрендәге тарихи парадта ҡатнаша. Миңлеғәле Шайморатовтың яҡташы булыуына бик ғорурланды тип хәтерләй ул атаһын.

Яугирҙар вариҫтарына һәм

“Шайморатов вариҫтары” проекты активистарына белешмә бүләк ителде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Якупов әүҙемселәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шайморатов ауылы музейына легендар яҡташтары һәләк булған урындан бер ус тупраҡ һалынған тубустар тапшырылды.

Уртаҡлашыу