|
![]() Яңылыҡтар
Ауырғазыла Меркет ырыуы йыйыныБуй етмәһә — уй етә, Ә уй етһә — буй етә Бөгөн Ауырғазы районының Мораҙым ауылында үткән сараны Рәшит Назарҙың ошо ике юллығы менән билдәләргә була. Меркет ырыуы Меңлеләр ҡәүеменә инһә лә, үҙенең боронғо һәм бай тарихы менән айырылып тора. Шуға ла улар үҙ ырыуы йыйынын ҙурлап үткәрергә, Стәрлетамаҡ, Әлшәй, Миәкә, Ауырғазы райондарын төбәк иткән ырыуҙаштарын оло ҡорға йыйырға ниәт итә. Меркеттәр бөгөн Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә билдәлелек яулаған шәхестәре менән дә ғорурлана. Улар араһынан Меркет-Мең улусы старшинаһы Мораҙым Сәйетмәмбәтов, башҡорттар араһынан беренсе осоусы Ғәли Ишмырҙин, филология фәндәре докторы, ғалимә Фәнүзә Нәҙершина, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Рәшит Шәкүр, шағир, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәшит Назар, яҙыусы, публицист Ғәзим Шафиҡов, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Салауат Килдин, медицина фәндәре докторы Рима Мырҙабаева һәм башҡа бик күптәрҙе атап китергә мөмкин. Меркет ырыуы йыйыны Мораҙым ауылының мәҙәниәт йорто алдында Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында алышҡан 11 яугир хөрмәтенә шыршылар ултыртыуҙан башланды. Мораҙымдар бөйөк яуҙа башын һалған ауылдаштарын онотмай, улар хөрмәтенә обелиск ҡуйған, унда һуғышта ҡатнашҡан һәр кешенең исемен мәңгеләштергән. Сараның пленар ултырышы өлөшөндә делегаттарҙы Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов сәләмләне. Артабан тарихсы Салауат Хәмиҙуллин Меркет ырыуы тарихы менән таныштырҙы. Риүәйәттәр буйынса, Сыңғыҙхан меркеттәрҙән кәләш урлап алып ҡайта, бер аҙҙан меркеттәр шул уҡ юл менән үс ала. Бынан һуң улар араһында һуғыш сығып меркеттәр Сыңғыҙхан тарафынан тар-мар ителә, иҫән ҡалған халҡы башҡорттар араһына килеп һыйына һәм улар составына инеп китә. Юлдаш Йосопов Социологик тикшеренеүҙәр институты әҙерләгән башҡорт ырыуҙары картаһы хаҡында һөйләне. Унда бөтә башҡорт ырыуҙарының урынлашҡан ерлеге, ҡайһы ауыл ниндәй ырыуға ҡарағаны — йәмғеһе 2500-ҙән ашыу ауыл күрһәтелгән. Төньяҡ-көнбайыш райондар башҡорттары был картаны бик ихлас ҡабул итеүен, үҙ тамырҙарын барлауҙа уның ярҙамы ҙур булыуын билдәләне. Нурислам Ҡалмантаев быйыл Ҡоролтай иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендәге саралар тураһында һөйләне. Шулай уҡ быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эксперттары һабантуйҙарҙы яңы форматта үткәреү буйынса әҙерләгән методик күрһәтмәләр тураһында әйтеп китте. Бөгөнгө йыйында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе, сығышы менән Ауырғазы районы Түбәнге Ләкәнде ауылынан булған Гөлназ Йосопова ла ҡатнашты. Ул фондтың төрлө проекттары һәм саралары менән таныштырҙы. Меркет ырыуы вәкилдәренән Салауат Килдин Меркет ырыуының тарихы, халҡының бөгөнгө хәле, борсоған мәсьәләләре тураһында сығыш яһаны. Һүҙ аҙағында Ырыуҙар йыйыны хәрәкәтенең изге эш булыуын, шулай ҙа тарихи хәтер менән бергә рухи хәтерҙе тергеҙеүгә лә иғтибар кәрәклеген билдәләне. Артабан Ауырғазы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры вазиаһын башҡарыусы Рита Мәжитова Башҡорт кавалерия дивизияһы составында алышҡан район яугирҙары тураһында һүҙ тотто, Миәкә районы вәкиле Зәйнулла Насиров меркет ырыуына ҡараған Айыт ауылы, Стәрлетамаҡтан Илүзә Ҡарағолова һәм Әлшәйҙән Сабирйән Хәйретдинов үҙ төбәктәренең меркет ауылдары хаҡында бәйән итте. Мораҙым ауылы уҙаманы, әлеге ваҡытта Тверь ҡалаһында йәшәүсе Марат Бәхтиев клубҡа милли костюмдар бүләк итеп ауылдаштарын ҡыуандырҙы. Пленар ултырыш тамамланғас делегаттар Ырыу советы ағзаларын һәм уның рәйесен һайланы. Һәр бер район вәкилдәрен туплаған ырыу ҡорона етәксе итеп Миәкәнән Зәйнулла Насиров тәғәйенләнде. Артабан йыйын ҡарары ҡабул ителде. Документҡа ярайһы ғына өҫтәмәләр индерелде. Салауат Килдиндың Талбазы ауылындағы башҡорт гимназияһына шағир Рәшит Назар исемен бирергә, күрше тирә ауылдарҙағы башҡорт балаларын Мораҙым ауылына йөрөтөп уҡытырға, тигән тәҡдимдәрен зал дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алды. Рәсми өлөш ғәҙәттәгесә Ырыуҙар йыйыны штандартын тапшырыу менән тамамлана. Был юлы уны Кушнаренко районы ҡабул итеп алды, сираттағы ҡор ошо районда 17 июндә үтәсәк. Йыйын район артистары әҙерләгән концерт менән тамамланды. Сараға йәм өҫтәп атаҡлы ҡурайсы Роберт Юлдашев, «Арғымаҡ» төркөмө сығыш яһаны. Меркет ырыуы йыйынын йомғаҡлап, шуны әйтергә була. Төньяҡ-көнбайыш райондарында үткән сараларҙан айырмалы рәүештә бында милли үҙбилдәләнеш мәсьәләһе тормай, сөнки меркеттәр үҙ тарихын, сығышын яҡшы белә, башҡортлоҡ үҙаңын яҡшы һаҡлап алып ҡалған. Уларға артабан да берҙәм һәм бергә йәшәргә яҙһын! Был яҙманы фәһемле тип тапһағыҙ, беҙҙең telegram-каналға яҙылырға саҡырабыҙ: t.me/kurultaibashkir |