ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Яҙыусылар ҡорға йыйылды

27 май 2021, 17:09

Бөгөн Өфөлә «XXI быуат яҙыусыһы» төбәк-ара форумы башланды. Ҡәләм оҫталарын бергә туплаған сараға Силәбе, Ырымбур, Ростов, Калуга өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан Республикаһынан яҙыусылар йыйылды.

Ҡунаҡтарҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сәләмләне.

«Был форум Яҙыусылар союзының съезы түгел, беҙ номенклатура мәсьәләләре хәл итергә килмәнек. Фекер алышыу, бер-беребеҙҙе тыңлау, заманса шарттарҙа эшләргә өйрәнеү өсөн йыйылдыҡ. Был форум республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторолдо. Быға тиклем уҡытыусылар, журналистар форумдарын үткәрҙек. Был сараларҙың маҡсаттарының береһе — телде һаҡлау. Ә тел һәм әҙәбиәт айырылғыһыҙ төшөнсәләр. Форум көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү өсөн этәргес булыр, тип ышанам. Үҙебеҙҙең яҡтан һәр саҡ ярҙам итергә әҙербеҙ», — тине Азат Бадранов.
Эльвира Айытҡолова
«Башҡорт халҡы элек-электән сәсәндәр, шағирҙар һүҙенә ҡолаҡ һалған. Үҙ ваҡытында Ризаитдин Фәхретдин яҙыусылары, ғалимдары булмаған халыҡ - бәхетһеҙ халыҡ, тип әйткән. Аллаға шөкөр, халҡыбыҙҙың бөйөк яҙыусылары күп. Әммә заманалар үҙгәрә, әҙиптәргә лә уға яраҡлашырға, уҡыусыларҙың талаптарына яуап бирергә кәрәк. Тик хайп, бер минутлыҡ тема артынан ҡыуырға түгел, изгелек һәм яҡтылыҡҡа өндәргә кәрәк. Беҙ бөтәбеҙ бергә илебеҙҙе үҫтерергә, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ. Айырыуса туған телде һаҡлауға иғтибар итергә кәрәк. Әгәр тел булмаһа, мәҙәниәт тә, әҙәбиәт ҙа булмаясаҡ»,— тине Эльвира Ринат ҡыҙы үҙенең сығышында.

Артабан хөкүмәт наградалары менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Миҙхәт Әбделмәнов, Фәрзәнә Аҡбулатова, Мөнир Ҡунафин, Рәсүл Сәғитов, Гүзәл Ситдиҡова, Лариса Абдуллина, Нурлан Ғәниев, Зөлфиә Ханнанова һәм тағы бер нисә кеше Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Республика Башлығының рәхмәт хатын Фәрит Әхмәҙиевҡа, Тимер Ниәтшинға, Мәхмүт Сәлимовҡа, Александр Хватковҡа тапшырҙылар.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла үҙ наградаларын тапшырҙы. Милләтте туплауҙа, башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә күрһәткән әүҙем һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәре өсөн бер төркөм әҙиптәрҙе ҡоролтайҙың юғары наградаһы — «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләне. Наградаға лайыҡ булыусылар:

  • Йәдкәр Бәшәров (Ҡазан ҡалаһы)
  • Наил Ғәбдүшев (Пермь крайы)
  • Айһылыу Ғарифуллина (Башҡортостан Республикаһы)
  • Факил Мырҙаҡаев (Өфө ҡалаһы)
  • Ҡамса Мортазин (Силәбе өлкәһе)

Шулай уҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙа, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүҙә, йолаларға, телгә һөйөү тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Калуга өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, яҙыусы-публицист Салауат Әсфәтуллин Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүсе яҙыусыларыбыҙҙы ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

Был яҙманы фәһемле тип тапһағыҙ, беҙҙең telegram-каналға яҙылырға саҡырабыҙ: t.me/kurultaibashkir

Уртаҡлашыу