ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Баязит шәйех Хәйруллиндың шәжәрәһе төҙөлдө

2 года, 11 месяцев назад

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында бөгөн билдәле башҡорт дини эшмәкәре, сығышы менән Нуриман районы Яңы күл ауылынан булған Баязит шәйех Хәйруллиндың шәжәрәһе презентацияһы үтте. Сарала ҡоролтай вәкилдәре, Башҡортостандағы Дағстан диаспораһы етәксеһе Магомедхабиб Султанмагомедов, шәйехтең ауылдашы Рифҡәт Шәйҙуллин һәм туғаны Ғафуан Хәйруллин ҡатнашты.

Осрашыуҙа Баязит Хәйруллиндың тормош юлы, эшмәкәрлеге тураһында фекер алышыу булды.

Баязит шәйех Хәйруллин 1871 йылда тыуған. Владикавказда хеҙмәт итә, унда үҙен намыҫлы мосолман итеп күрһәтә. Йәш кешенең дини белемен күреп, хәрби часть командиры уны Ырымбур ҡалаһы мәҙрәсәһендә уҡырға ебәрә. Унда өс йыл уҡығандан һуң Баязит Владикавказға ҡайта һәм имам булып китә. 1918 йылда Махачкалаға күсә, унда 1950 йылға тиклем имам булып эшләй, илдең төрлө өлкәләренән килгән бик күп шәкерттәрҙе Ислам диненә өйрәтә. Әйткәндәй, июнь айында Башҡортостан делегацияһы Дағстанға барып Баязит Хәйруллиндың ҡәберенә зыярат ҡыласаҡ.

Рифҡәт Шәйҙуллин һөйләүенсә, Баязит мулланы, ситтә йәшәһә лә, Яңы күл ауылы халҡы онотмаған, тик яҡшы яҡтан телгә алған. Ҡунаҡҡа ҡайтҡан сағында хөрмәтләп ҡаршы алыр булған.

Магомедхабиб Султанмагомедов Дағстанда Баязит Хәйруллин исеме диндарҙар өсөн изгеләрҙән һаналыуын әйтеп китте. 2016 йылда Махачкаланан йыраҡ түгел Тарки ҡасабаһында шәйехтең ҡәбере яңыртыла, урындағы мәсеттәрҙең береһе уның хөрмәтенә атала. Ул шулай уҡ Зәйнулла ишан Рәсүлевты телгә алды, уны ла Дағстан халҡы яҡшы белә, хөрмәт итә, уның исемен дә мәсеттәрҙең береһенә биргән. Әйткәндәй, Баязит Хәйруллин бала сағында тап Зәйнулла Рәсүлевтан дини белем ала.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты белгесе, тарихсы Нурислам Ҡалмантаев Баязит Хәйруллиндың шәжәрәһе менән таныштырып үтте. Документты ҡоролтай һорауы буйынса Милли архивы хеҙмәткәрҙәре эҙерләгән. Шәжәрә шулай уҡ китап формаһында ла баҫтырылған, унда архивтарҙа һаҡланған метрик кенәгәләрҙән яҙмаларҙан, халыҡ һанын алыу документтарынан күсермәләр тупланған.

Яңы күл ауылында йәшәүсе Ғафуан Хәйруллин олатаһының Баязит шәйехтең бер туғаны булыуын әйтеп китте. Данлыҡлы туғаны менән ул бер нисә йыл элек ҡыҙыҡһына башлай, тулыраҡ мәғлүмәт туплауҙа ярҙам һорап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына мөрәжәғәт итә. Шулай итеп, Баязит шәйех Хәйруллиндың шәжәрәһе төҙөлөп уның башҡорт милләтенән, сығышы менән Нуриман районы Яңы күл ауылынан булыуы иҫбатлана.

Осрашыу һуңында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Морат хажи Лоҡманов Баязит Хәйруллиндың яҡты иҫтәлегенә доға уҡыны.

Уртаҡлашыу