|
![]() Яңылыҡтар
Дыуан ырыуы йыйыныБашҡортостанда иғлан ителгән Тарих йылы сиктәрендә республиканың ҡала һәм райондарында башҡорт халҡы ырыуҙары йыйындары дауам итә. Бөгөн сират – Саҡмағош ерендә. Бәрәкәтле төбәктә Дыуан (Дыуанай) ырыуы вәкилдәре йыйылды.
Сараның төп өлөшө «Дыуанай ырыуының барлыҡҡа килеүе» тип исемләнгән театрлаштырылған пролог менән башланып китте. Артабан делегаттарҙы, килгән ҡунаҡтарҙы Саҡмағош районы башлығы Реканс Ямалеев сәләмләне. «Дыуанай ырыуы йыйыны беҙҙең Саҡмағош ерлегендә үтеүе — беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Бөгөн беҙ үҙебеҙҙең тарихыбыҙҙы, тамырҙарбыҙҙы барлайбыҙ. Бөгөн Дыуанай ырыуыбыҙ тураһында тағы ла күберәк белербеҙ һәм киләсәктә лә ырыуыбыҙҙың тарихын тағы ла яҡшыраҡ өйрәнербеҙ һәм үҫтерербеҙ тип ышанам», — тине ул сығышында. БР Дәүләт Йыйылышы депутаты, Саҡмағош районының данлыҡлы уҙаманы Фәрит Ғиндуллин «Атайсал» проекты менән таныштырҙы. Президиум ултырышы сиктәрендә тарихсы Салауат Хәмиҙуллин, яҙыусы Марсель Сәлимов, тарих фәндәре кандидаттары Юлдаш Юсупов, Нурислам Ҡалмантаев сығыш яһаны. Ғалимдар менән бер рәттән Дыуанай ырыуының вәкилдәре лә ауылдарының тарихы тураһында докладтар тәҡдим итте. Уларҙың сығышынан ошо төбәктән бихисап билдәле шәхестәр сыҡҡаны билдәле булды. Улар араһында Пугачев көрәштәше Ҡәнзәфәр Усаев, яҙыусы Әкрәм Вәли, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, опера йырсыһы Мәғфүрә Сәлиғәскәрова, медицина фәндәре докторы, табип-офтальмолог Ғабдулла Ҡоҙаяров, Саҡмағош районы башлығы Реканс Йәмәлиев, Өфө ҡалаһының элекке башлығы Өлфәт Мостафин, велоспорт буйынса донъя чемпионы Айгөл Гәрәева, генерал-майор Мансаф Ғәлиев һәм башҡалар бар. Ултырыш һуңында Дыуан ырыуы советы һайланды, артабан Йыйын штандарты Гәрәй ырыуы вәкилдәренә тапшырылды. Эстафетаны Ҡалтасы районы ҡабул итте. Ырыуҙар йыйыны сиктәрендә балалар менән саралар үткәреү өсөн райондарға «Тамыр» балалар телеканалы һәм «Аҡбуҙат» журналы редакциялары, уҡтан атыу һәм таяҡ тартыш спорт төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтеү өсөн Юлай Ғәлиуллин һәм Рәил Бикмаев та сыға. Был юлы ла улар Дыуан ырыуы балалары менән төрлө уйындар үткәреп ҡайтты. |