ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

«АРТ-Ҡоролтай» мәҙәниәт форумы

14 май 2021, 12:43

14май Өфөләге «Торатау» Конгресс-холында тәүге тапҡыр АРТ-ҠОРОЛТАЙ форумы үтә.

Форумда шулай уҡ Бөтә донъя Фольклориадаһы президенты Филипп Боссан, Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу комитеты рәйесе Алехандро Камачо, Бөтә донъя Фольклориадаһы илсеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнаша.

Сараның төп үҙенсәлеге — быйыл Башҡортостанда уҙасаҡ VI Бөтә донъя фольклориадаһына тиклем ҡалған 50 көндө кирегә иҫәпләй башлауҙы асыу. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡ-ара байрам 3 июлдән 10-на тиклем үтә.

Форум һуңында «Рус йыры» театры, «Арғымаҡ», «Узорица» төркөмдәре, «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле, Зәйнетдин ҡатнашлығында байрам концерты ҡаралған.

«АРТ-Ҡоролтай» форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Бөгөн ул Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Бүләкләнеүселәр араһында — республиканың төп "Мәргән уҡсы"һы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Юлай Ғәлиуллин һәм Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ-территориаль берәмек башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Вилмир Аубакиров. Уларға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемдәре бирелде.

Ҡотлайбыҙ!

Форум һуңында «Фольклориадаға тиклем 50 көн» тигән кире иҫәп асылды. «Торатау» конгресс-холы алдындағы майҙанда башҡорт милли кейемендә рус Матрешкаһы ҡуйылды. Уға Бөтә донъя фольклориадаһы-2021 башланыуға тиклем тиклем ҡалған көндәрҙе күрһәтеп тороусы табло урынаштырылған.

Уртаҡлашыу