ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Өфө туған телдәрҙе уҡытыуға арналған семинар-кәңәшмәне ҡабул итте

12 май 2021, 21:27

Бөгөн Башҡортостандың Мәғарифте үҫтереү институтында «Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү системаһында милли телдәр» исемле семинар-кәңәшмә уҙҙы. Был семинарҙар шәлкеме Рәсәйҙең милли ата-әсәләр ассоциацияһы башланғысы менән ойошторолған, кәңәшмәләр Волга буйы Федераль округы төбәктәрендә уҙа.

Өфөләге сарала Рәсәйҙең ата-әсәләр ассоциацияһының Координация советы сәркәтибе Алексей Гусев, Башҡортостандың Мәғариф министры Айбулат Хажин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Республиканың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янындағы Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова, юғары мәктәп эксперттары, республиканың ата-әсәләр йәмәғәтселеге вәкилдәре ҡатнашты.

«Беренсенән, һис шикһеҙ, туған телдәрҙе уҡытыу сифатын арттырыу кәрәк. Туған тел дәрестәренең киләсәге ата-әсәләрҙең ирекле ихтыяры аҫтында ҡалған икән, беҙҙең маҡсат— был дәрестәрҙе мөмкин тиклем сифатлыраҡ итеү. Икенсе мөһим мәсьәлә— шартлы милли мәктәптәрҙең яҙмышы. „Шартлы“, сөнки әлеге ваҡытта мәғариф тураһында федераль законда һәм төбәк ҡануниәтендә „милли мәктәп“ тигән төшөнсә сағылыш тапмаған. Беҙ Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Республика Башлығы менән берлектә был етешһеҙлекте ҡаплаған, этно-мәғариф ойошмаларына хоҡуҡи нигеҙ булған закон проектын төҙөнөк һәм Дәүләт Думаһының иғтибарына тәҡдим иттек. Яуап итеп, Дума депутаттары был ҡанун проектын камиллаштырыу өсөн кире ҡайтарҙы. Беҙ быға әҙер инек һәм ошондай яуап закондың ҡабул ителеү ихтималлығын иҫбатлай. Шулай уҡ Дәүләт думаһы нигеҙендә туған телдәрҙе уҡытыу мәсъәләһе буйынса түңәрәк өҫтәл дә планлаштырылған. Һәм был осраҡта беҙгә күп милләтле ата-әсәләр йәмәғәтселегенең берҙәм фекеренә таяныу мөһим. Туған телдәрҙе уҡытыу кәрәклеген бер генә төбәк түгел, ә башҡа милли республикалар һәм региондар яңғыратырға тейеш»,— тип кәңәшмәлә сығыш яһаны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
«Был сара Башҡортостан ата-әсәләре өсөн бик мөһим, сөнки беҙ туған телде уҡытыу хоҡуғын ғәмәлгә ашырыу эшендә бөтә Рәсәй ата-әсәләре ойошмаһы менән берләшәбеҙ. Был киләсәктә башҡорт теленең дә мәғариф өлкәһендәге урынын нығытыр, уны федераль кимәлдә ойошторолған мәғрифәт сараларының өлөшө итер, тип ышанабыҙ»,- тип белдерҙе Эльвира Байназарова.

Был яҙманы фәһемле тип тапһағыҙ, беҙҙең telegram-каналға яҙылырға саҡырабыҙ: t.me/kurultaibashkir

Уртаҡлашыу