VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Луганск халыҡ республикаһында Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

11 май 2021, 18:16

Башҡортостан делегацияһы ошо көндәрҙә Луганск халык республикаһында Еңеү көнөнә арналған сараларҙа ҡатнаша. Иртәгә Петровский ҡалаһында Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа арналған тантаналы саралар планлаштырылған.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында оккупация михнәттәрен тойған халыҡ тыныслыҡ ҡәҙерен яҡшы белә. Илебеҙгә азатлыҡ килтергән яугирҙәрҙең иҫтәлеген дә ҡәҙерләп һаҡлай. Луганск ере 112-се башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һуңғы төйәге.

«Беҙҙең мәктәп инде 5 йыл Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Беҙ бының менән ғорурланабыҙ, уҡыусыларыбыҙҙы илһөйәрлектә тәрбиәләйбеҙ. Балалар бөйөк шәхестең биографияһын, данлы тормош юлын белергә тейеш» ,- ти белем биреү ойошмаһы директоры Гүзәл Серова.

Штеровка ауылы эргәһендә генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған урын төҙөкләндерелә. Юлина балка янындағы ҡалҡыулыҡта арҙаҡлы командирҙың һынын ҡуйыу ҡарала. Бюст өсөн майҙансыҡ әҙерләнгән. Бөйөк Ватан һуғышы һәм башҡорт атлы дивизияһы тарихына бәйле иҫтәлекле урынды төҙөкләндереүгә урындағы эшҡыуар Зинаида Наден ҙур көс һалған.

«Ҡаһармандарҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Яҡты киләсәк хаҡына башҡаса бындай һуғыштар булырға тейеш түгел. Ошондай саралар -йәштәргә әйтер һүҙебеҙ: тыныслыҡты һаҡлағыҙ» ,- ти Зинаида Наден.

Башҡорт атлылары скверында республикабыҙҙан килтерелгән шыршы үҫентеләре ултыртыла. Ә Рәсәй Геройының һыны Башҡортостандың Афғанстан һәм хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге бүләге.

«Беҙ Луганскиға 2015 йылдан киләбеҙ. Шайморатовтың һәләк булған ерендә майҙансыҡ эшләп, ағастар ултыртабыҙ. Бында йәшәгән халыҡ сәкәләр һалып, баш эйеп китер тип уйлайбыҙ. Халыҡ батырҙарын онотмаҫҡа тейеш», — ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Тимерйән Рәжәпов
Уртаҡлашыу