|
![]() Яңылыҡтар
Хәйбулла башҡорттары ҡоролтайы киләсәккә маҡсаттар билдәләйБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитет ағзалары Хәйбулла районы ҡоролтайы активы менән осрашты. Түңәрәк өҫтәлдә Ҡоролтайҙың Президиум ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев, Башҡарма комитеты ағзаһы Лариса Абдуллина, Хәйбулла районы башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, район ҡоролтайы етәксеһе Ғәни Бикбаев ҡатнашты. Кәңәшмәлә район башҡарма комитетының йыл дауамындағы эшмәкәрлеге ҡаралып, объектив баһа бирелде. «Хәйбулла районы ҡоролтайы ағзаларына проекттар тураһында һөйләнек. Район ауылдарының «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыу кимәле тикшерелде. Был йүнәлештә эште әүҙемләштереү бурысы ҡуйылды. Әлбиттә, хәйбуллалар Ҡоролтайҙың бар проекттарында ҡатнаша, әммә ошо эшмәкәрлекте күрһәтә лә белергә кәрәк. Социаль селтәрҙәрҙе әүҙем алып барыу — көн талабы»,— ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев. Был фекер менән Хәйбулла ҡоролтайы ағзалары ла килешә. Миңзифа Ишемғолова әйтеүенсә, осрашыу алдағы проекттарға әүҙемерәк ҡушылырға сәм өҫтәне. «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ике йыл рәттән ҡатнашабыҙ, әммә беҙҙең ауылдар финалға сыҡҡаны юҡ. Яҡтыртыу тейешле кимәлдә түгел, быны үҙебеҙ ҙә аңланыҡ. Бик сәмләндек. Киләһе йылғы конкурсҡа дәррәү ҡушыласаҡбыҙ», — ти Хәйбулла ҡоролтайы ағзаһы, «Ағинәйҙәр» район ойошмаһы етәксеһе Миңзифа Ишемғолова. Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәни Бикбаев Башҡорт теле йылы һәм Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә уҙғарылған саралар хаҡында бәйән итте. Хәйбуллалар 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһармандарының исемен мәңгеләштереү эшен башлаған. Был йүнәлештә айырыуса Йәнтеш ауылынан Урал Торомтаев әүҙем эшләй. «Минең дүртенсе быуын ҡартатайым Утарбай Солтангәрәй улы Торомтаев 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ул йөҙ башы була. Уның етәкселегендә яугирҙар Орск ҡәлғәһендә хеҙмәт итә һәм һуғыш башланғас, яуға инәләр. Беҙ Утарбай тауы тип аталған тарихи урында стела асырға ниәтләйбеҙ. Унда уҡ-һаҙаҡ, ҡурай һәм күккә күтәрелгән торна төшөрөләсәк. Торна — Үҫәргән ырыуы ҡошо», — ти Хәйбулла ҡоролтайы ағзаһы Урал Торомтаев. Стеланы быйыл йәй июль-августа асырға ниәтләйҙәр. Әле әҙерлек эштәре бара. |