VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

«Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме тарихы» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы

30 апрель 2021, 12:16

2021 йылдың 12-13 октябрендә Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы этнограф, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Светлана Николаевна Шитованың 85 йыллыҡ юбилейына арналған халыҡ-ара ҡатнашлығында Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үткәрә.

Конференцияның маҡсаты — этномәҙәни, этнологик ғилми тикшеренеүҙәрҙе әүҙемләштереү, этнология менән төрлө фәнни йүнәлештәр араһында бәйләнештәр киңәйтеүгә булышлыҡ итеү, актуаль мәғлүмәт менән алмашыу, тикшереүселәрҙең инновацион потенциалын асыҡлау һәм үҫтереү.

Фәнни хеҙмәткәрҙәр, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, ғалимдар, аспиранттар, магистранттар саҡырыла.

Конференция эше түбәндәге тематик йүнәлештәр буйынса үткәрелә:

— Башҡорттарҙың милли кейеме һәм этник мәҙәниәте тарихы;

— БР фин-уғыр халыҡтарының милли кейем тарихы һәм матди мәҙәниәте үҙенсәлеге;

— Башҡортостан Республикаһындағы татар этносының милли кейеме һәм матди мәҙәниәте үҙенсәлеклелеге;

— Башҡортостан Республикаһындағы сыуаш этносының милли кейеме һәм матди мәҙәниәте үҙенсәлеклелеге;

— Башҡортостан Республиканың славян халыҡтары: милли кейеме, этник тарихы;

— Йәмғиәттең тотороҡлоғон һәм тотороҡло үҫешен нығытыуҙа этномилли потенциалдың роле;

— Башҡортостан Республикаһының социомәҙәни динамикаһы;

— Милли кейем — XХ-XXI быуаттар халыҡтар мәҙәниәтендә социаль төркөм билгеһе;

— Башҡортостандың күренекле фән, мәғариф һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре;

— Башҡортостан халыҡтарының этноконфессиональ тарихы.

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының тарихи үҫеше, этногенезы һәм этнографияһы менән бәйле башҡа мәсьәләләр буйынса ла сығыштар әҙерләргә мөмкин.

Конференция эше сиктәрендә пленар һәм секция ултырыштары, түңәрәк өҫтәл, тыуған яҡты өйрәнеү баҫмаларын презентациялау, халыҡ кейемен, биҙәүестәрен әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ тантаналы йомғаҡ яһау планлаштырылған. Мәҙәни программа ла ҡаралған.

Мәҡәләләр һәм конференцияла ҡатнашыуға ғаризалар 2021 йылдың 15 сентябренә тиклем ulya2017@yandex.ru адресы буйынса ҡабул ителә.

Уртаҡлашыу