ЯңылыҡтарVIВКББашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Башҡорт Ғаиләһе ЙылыАйыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайБашҡорт тарихы йылыМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуНурия ИҡсановаФәнТәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтайОнлайнБалаҡатайНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында мәктәпкәсә белем биреү кабинеты асылды

27 апрель 2021, 15:03

Уҡыу бүлмәһен асыу 2021/2022 уҡыу йылынан яңы йүнәлештәр эш башлауы менән бәйле. Төбәктәрҙә әҙәби башҡорт телен белгән квалификациялы белгестәргә ихтыяжын иҫәпкә алып, «Туған тел һәм әҙәбиәт, мәктәпкәсә белем биреү», «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башланғыс белем биреү» йүнәлештәре асылды.

«Остаз» тәрбиәсенең педагогик оҫтаханаһы» проекты сиктәрендә 26 апрелдән «Башҡорт теле белгән мәктәпкәсә белем биреү педагогы» һөнәре буйынса сессия башланды. Проект БР Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла.

Әбйәлил, Борай, Стәрлебаш райондарынан 35 тәрбиәсе башҡорт филологияһы факультетында һөнәри оҫталығын камиллаштыра. Был райондар башҡорт теленең өс диалектын йәлеп итеү маҡсатында һайлап алынған. Тәрбиәселәр яңы кабинетта белем ала.

Уртаҡлашыу