VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙыҡ

24 апрель 2021, 17:08

Быйыл да донъяның төрлө мөйөштәрендә, төрлө майҙансыҡтарҙа Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтте. Ул онлайн-форматта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Интернет селтәре, мобиль ҡушымталар аша ойошторолдо. Халыҡ-ара акцияны Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Башҡорт дәүләт университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы берлектә үткәрҙе.

«Быйыл да Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙа. Мин был проектты баштан уҡ хуплап ҡаршы алдым. Сөнки ул башҡорт телен башлап өйрәнгәндәрҙе, телде яҡшы белеүселәрҙе, башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәрҙе туплау, телебеҙҙе пропагандалау буйынса шәп идея, берҙәмлек байрамы» ,— тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Быйыл диктантты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова һәм музыканттар — «Бүреләр» төркөмө солисы Илшат Абдуллин, рок башҡарыусы Альберт Исмәғил уҡыны. Диктант офлайн-форматта ла уҙҙы.

Өфө күп профилле һөнәри колледжында башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙырға теләгәндәр килде. Был диалектта диктант яҙыу өсөн республиканың төрлө районындрынан һәм Пермь крайынан 9 ырыу вәкиле йыйылды.

Дүртөйлө районынан Ғәлимә Камалова — Йылан ырыуы башҡорто. Ул Шишмә ауылы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.

«Сараға ашҡынып килдек. Мин үҙем оҙаҡ йылдар мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләгәс, әлбиттә, әҙәби телде яҡшыраҡ беләм. Әммә 36 йыл дауамында килен булып төшкән еремдең һөйләшен күптән үҙ иттем. Шуға күрә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыу ауыр булманы. Диалектта диктант яҙыуҙы хуплайым. Диалект — ул тел байлығы, беҙ уны һаҡларға, үҫтерергә тейешбеҙ»,— ти Ғәлимә Әнүәр ҡыҙы.

Сара «Шайморатов вариҫтары — легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары» биографик белешмәһенең һәм Башҡорт тарихы йылына ярашлы З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә ошо көндәрҙә донъя күргән ғалим, тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың «Башҡортостан ауылдары һәм сиктәш биләмәләре тарихы» һәм «Минзәлә башҡорттарының ауылдары» китаптарының исем туйы менән башланды.

Артабан ҡатнашыусылар диктант яҙҙы. Улар өсөн диалектта әҙерләнгән тексты рок-башҡарыусы, «Хаят-Исмаил» төркөмөнә нигеҙ һалған Альберт Исмәғил уҡыны. Текст «Хикмәтле шишмә» тип аталды.

«Беҙҙең ауыл халҡы башлыса әҙәби телгә яҡын телдә һөйләшә, шулай ҙа һөйләшебеҙҙә беҙҙең төбәккә генә хас үҙенсәлектәр етерлек. Бөгөн башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙҙым. Әллә ни ауыр булманы, текст бик матур йөкмәткеле ине. Альберт Исмәғил уны тасуири итеп, еренә еткереп уҡыны. Күптәр диалектта һөйләшергә генә мөмкин тип һанай. Ә беҙ бына икенсе йыл рәттән диалектта диктант яҙыуҙы ойоштороп, унда әүҙем ҡатнашып, урындағы һөйләштәрҙә диктант яҙырға ла мөмкин икәнде асыҡ күрһәттек», — тине Бүздәк районының Ҡаңны Төркәй ауылы хакимиәте башлығы, Ҡаңны ырыуы башлығы Ғәли Барый улы Шәғәлиев.

Диктанттан һуң ғалим-тарихсылар, төрлө башҡорт ырыуы вәкилдәре ҡатнашлығында «Башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенең үҫеш перспективалары» тип аталған темаға «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеү ойошторолдо.Һөйләшеүҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары Юлдаш Йосопов алып барҙы. Ул башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенең ойошторолоуы хаҡында һөйләне.

«90-сы йылдарҙа был хәрәкәтте Юрматы, Табын, Мең ырыуы вәкилдәре башлап ебәргәйне. Артабан яңы быуатта был эш бер аҙ тынып торҙо. 2011 — 2014 йылдарҙа ырыуҙар хәрәкәтенә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары әүҙем ҡушылды. Был йүнәлеш Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының яуаплылығына алынғас, ул аныҡ системаға һалынған эшмәкәрлеккә әйләнде»,— тип билдәләне Юлдаш Мөхәмәт улы.

Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияһы координаторы, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев ырыуҙар хәрәкәтенә күберәк йәштәрҙе, студенттарҙы йәлеп итеү кәрәклеген билдәләне, әүҙемселәр тарафынан быйыл үткәрелгән съездарға ҙур баһа бирҙе.

"Түңәрәк өҫтәл"дә республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәген төйәк иткән Елдәк, Гәрәй, Ҡаңны, Ҡыбау, Йылан, Балыҡсы, Танып, Ҡыр-Танып һәм башҡа ырыуҙарҙың ҡор баштары, уларҙың урынбаҫарҙары ҡатнашып, үҙҙәрендә алып барылған эштәр менән таныштырҙы, ниндәй мәсьәләләрҙә ярҙам кәрәклеген айырып әйтте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары — тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов һәм философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин, башҡа ғалимдар, ырыу вәкилдәре сығыш яһаны.

Сарала быйыл йәйгеһен бөтә башҡорт ырыуҙарының ҙур йыйынын үткәреү тураһында ла килешелде.

Уртаҡлашыу