ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Крәҫтиәндәр һуғышында башҡорт етәкселәре

22 апрель 2021, 11:55

1773-1775 йылдарҙағы Пугачев восстаниеһында башҡорттарҙан йөҙҙән ашыу етәксе ҡатнашҡан. Тарих фәндәре докторы Нәзир Ҡолбахтин 116 шәхестең исемен асыҡлаған. Был турала ул үҙенең «Башҡорттар һәм 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында башҡорт етәкселәре» исемле китабында яҙа. 21 апрелдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияһы ағзалары баҫма менән яҡындан танышты.

«Мин был тема буйынса 1976 йылдан алып эшләйем. Тарихи әҙәбиәттә шундай фекер нығынған — Крәҫтиәндәр һуғышында башҡорттарҙан бары 30 полковник сыҡҡан, тип яҙалар. Бер төркөм ғалимдар теманы ентекләп өйрәнеп, яңы мәғлүмәттәр килтерә. Күп документтар һаҡланмаған, заманында материалдар яндырылып бара. Архивтарҙа Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусыларҙың бер-береһенә яҙған хаттарын, мөрәжәғәттәрен, һорау алыу материалдарын тикшереп, беҙ яңы исемдәр асыҡланыҡ, уларҙың тыуған урындарын аныҡланыҡ. Мәҫәлән, Баймаҡ районы Таулыҡай ауылынан ғына 3 полковник сыҡҡан», — ти тарих фәндәре докторы Нәзир Ҡолбахтин.

Китап очерктар формаһында яҙылған, һәр береһе айырым етәкселәрҙең Пугачев восстаниеһында хәрби эшмәкәрлегенә бағышланған. Күп шәхестәр тураһында мәғлүмәт тәүгә донъя күрә. Киңәйтелгән ултырышта ҡатнашыусыларҙың берҙәм фекере буйынса, Нәзир Ҡолбахтиндың был китабын күберәк тираж менән тағы баҫтырыу кәрәк.

Уртаҡлашыу