ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Белорет ҡалаһында ата-әсәләр комиссияһы кәңәшмәһе үтте

21 апрель 2021, 17:09

Белорет ҡалаһының Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында бөгөн туған телдәрҙе уҡытыу проблемалары буйынса зональ кәңәшмә булды. Сара Республика ата-әсәләр форумы сиктәрендә ойошторолдо.

Кәңәшмәлә 2020-2021 уҡыу йылында Белорет, Архангель, Учалы, Әбйәлил райондары, Межгорье ҡалаһы мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү учреждениеларында башҡорт телен һәм туған телдәрҙе уҡытыу торошо ҡаралды. Шулай уҡ ғаиләлә бала тәрбиәләүҙә туған телдең роле, глобализация шарттарында башҡорт телен һаҡлап ҡалыу юлдары, мәғариф өлкәһендә башҡорт теленең туған тел булараҡ уҡытылыу торошо һәм башҡа темаларға сығыштар яңғыраны.

Сарала баш ҡала вәкилдәре - БР Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова һәм райондарҙың мәғариф бүлектәре етәкселәре, ата-әсәләр комитеты рәйестәре ҡатнашты.

«Быйыл август айында Өфө ҡалаһында ата-әсәләрҙең форумын үткәрергә йыйынабыҙ. Унда республиканан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә ата-әсәләр киләсәк. Шуға күрә төбәктәргә сығып ошондай кәңәшмәләр үткәреү бик мөһим. Беҙҙең алдағы маҡсат — башҡорт телен өйрәнеүсе һәм башҡорт телендә һөйләшеүсе балаларҙың һанын йыл һайын үҫтерә барыу. Бының өсөн ата-әсәләр менән бәйләнештә торорға тейешбеҙ. Сөнки уларҙан бик күп нәмә тора: ғариза булмаһа, теләк булмаһа, мәктәп программаһында ла туған телгә урын булмаясаҡ. Шуның өсөн бөгөнгө осрашыуҙа пландарҙы, маҡсаттарҙы билдәләп китергә кәрәк», - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

Пленар өлөштән һуң форсайт-сессия уҙҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Ата-әсәләр комиссияһы етәксеһе Эльвира Байназарова тәжрибә менән уртаҡлашты, ата-әсәләр күмәкләшеп артабан эш итеү йүнәлештәрен тикшерҙе.

Уртаҡлашыу