ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Магнитта рухиәт байрамы

20 апрель 2021, 15:09

18 мартта Магнит ҡалаһының Этник медиа үҙәгендә милли китапхана менән «Аҡ ҡауырһын» әҙәби берекмәһе берҙәм рухиәтте ҙурлауға арналған күркәм байрам уҙғарҙы.

Тәүҙә йәмәғәтселек менән киңәйтелгән халыҡ йыйыны ойошторолдо. Киләсәктә берҙәм эшләү, аныҡ бурыстар һәм маҡсаттар билдәләү, туған телде өйрәнеү, әҙәбиәтте һәм мәҙәниәтте үҫтереү тураһында етди һөйләшеү булды. Унда йәмәғәтселәр Рәмил Утарбаев, Руслан Утарбаев, йәштәр лидеры Әнүр Суфьянов, «Аҡ ҡауырһын» әҙәби берекмә ағзалары, «Хазина» фольклор төркөмө, китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм уның етәксеһе Резида Ғайсина, китап һөйөүселәр ҡатнашты.

Икенсе өлөш байрам төҫөн алды — «Аҡ ҡауырһын» әҙәби берекмә ағзалары Шамил Әхмәтшин менән Йәмилә Хисмәтова үҙҙәренең яңы китаптарын туйланы. Шамил Әхмәтшин өсөнсө шиғри китабын ҡулына алһа, башлап яҙыусы Йәмилә Хисмәтова беренсе китабын яҡташтарына бүләк итте.

Ҡәҙриә Исхакова етәкләгән «Сөйөмбикә» фольклор төркөмөнөң сығышы күңелдәргә хуш килде. Асия Ғайсина башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып байрамды биҙәне.

Уртаҡлашыу