ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Журналистарҙы «Медиайыйын»да көтәләр

13 апрель 2021, 16:45

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән 2021 йылдың 16-17 апрелендә «Медиайыйын» милли киң мәғлүмәт саралары форумы үтә. Форум программаһында бер нисә секция эше планлаштырылған, унда республика, район һәм электрон киң мәғлүмәт саралары баш мөхәррирҙәре һәм журналистары ҡатнашасаҡ.

Форум республика халыҡтарының үҙенсәлеген һаҡлауҙың, йәмғиәттә татыулыҡты нығытыуҙың мөһим ҡоралы булған БР халыҡтары телдәрендә сығып килгән баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт сараларына ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә.

Милли киң мәғлүмәт саралары араһында тәжрибә уртаҡлашыу; милли киң мәғлүмәт сараларының яңы эш формаларын асыҡлау; милли киң мәғлүмәт саралары эшендә дөйөм проблемаларҙы асыҡлау һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү; милли киң мәғлүмәт саралары журналистарының һөнәри үҫешеүенә этәргес биреү форумдың төп маҡсаттары булып тора.

16 апрелдә шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнә. «Медиайыйын» милли киң мәғлүмәт саралары форумы һәм Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме байрамы ата-бабаларыбыҙҙың тарихына һәм мәҙәниәтенә күҙ һалыу, халыҡ араһында әхлаҡи ҡиммәттәрҙе таратыу, Башҡортостанда йәшәүсе бик күп халыҡтарҙың йолаларын, мәҙәниәтен, телен һаҡлау мөмкинлеге бирәсәк.

«Туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү эшендә милли киң мәғлүмәт саралары төп ролдәрҙең береһен уйнай тип иҫәпләйбеҙ, шуға ошо форумды үткәреү башланғысы менән сыҡтыҡ. Һәм, әлбиттә, бөгөн уларҙың заманса баҙар шарттарында үҙҙәрен нисек тойоуын, дәүләттән ниндәй ярҙам көтөүен, бөгөнгө шарттарҙа интернет-мөхиткә сығыу, аудиторияны үҫтереү буйынса ниндәй мөмкинлектәр күреүен аңлау мөһим. Киң мәғлүмәт саралары, йәмәғәт ойошмалары, мәғариф органдары бергәләшеп милли телдә сыҡҡан мәғлүмәтте уҡыусы, тыңлаусы, ҡараусы аудиторияны үҫтереү тураһында һөйләшергә кәрәк. Хәҙерге заманда туған телдәрҙе белеп үҫһен, туған телдәрҙә медиаконтент ҡулланһын өсөн балалар менән ҙур эш алып барыу ҙа мөһим», — тине БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.

Сара оффлайн, Zoom форматында ойошторола, коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау өсөн барлыҡ санитар-эпидемиологик саралар күрелә.

Уртаҡлашыу