VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Башҡорт Ғаиләһе ЙылыАйыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайБашҡорт тарихы йылыМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Һәр ырыуҙың үҙ гербы булырға тейеш

9 апрель 2021, 17:17

Сара Танып ырыуының барлыҡҡа килеүенә арналған театрлаштырылған тамашанан башланды. Съезд делегаттарын һәм ҡунаҡтарҙы Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев сәләмләне.

Президиум ултырышында Танып ырыуы вәкилдәре, делегаттар сығыш яһаны. Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары, БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов Танып ырыуының герб өлгөһө менән таныштырҙы. Унда ырыу билдәләре- ағас, ҡош, оран, тамға һүрәтләнгән.

«Геральдика системаһына инһен өсөн һәр башҡорт ырыуының гербын эшләп сығарырыға кәрәк. Ырыуҙар гербын Рәсәйҙә тәүгә эшләйбеҙ. Был эште атҡарып сығыр өсөн, 1-2 кеше генә етмәй. Ҙур делегация йыйырға кәрәк. Киләсәктә Танып ырыуы ла донъя геральдика талаптарына яуап биргән гербын ҡабул итер тип өмөтләнәм», — тине Юлдаш Йосопов.

Гимн итеп Рая Хәмәеваның Гөлнара Шәймөхәмәтова һүҙҙәренә яҙған йыры раҫланды. Съезда Танып ырыуы йәмәғәт ойошмаһының советы ағзалары һайланды. Штандартты Илеш районы ҡабул итте. Унда Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары съезд үткәрә.

Сара һуңында байрам концерты менән һәүәҙкәрҙәр сығыш яһаны.

Уртаҡлашыу