|
|
Яңылыҡтар
Нижневартовск ҡалаһында башҡорт теле уҡытылырмы?8 апрелдә Башҡортостан делегацияһы Нижневартовск ҡалаһының мәғариф департаменты директоры Инна Святченко менән осрашты. Кәңәшмәлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, аппарат етәксеһе Рөстәм Баянов, БР Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек начальнигы Илдус Ҡаһарманов, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире, ҡоролтай Башҡарма комитеты ағзаһы Лариса Абдуллина һәм башҡалар ҡатнашты. Һөйләшеүҙең темаһы - ҡала мәктәптәренең береһендә башҡорт класын асыу мөмкинлеген ҡарау. Осрашыуға шулай уҡ Нижневартовскиҙа йәшәүселәр Гөлшат Хөсәйенова менән Роза Һатыбалова ла килгән ине. Улар БР Мәғариф һәм фән министрлығы программаһы буйынса башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәренә уҡып йөрөй. Инна Владимировна башҡорт балаларын туған телгә өйрәтеү һәм туған мәҙәниәткә ылыҡтырыу тәҡдимен хуплап ҡабул итте. Һөйләшеү йомғаҡтары нәтижәһендә мәғариф департаменты мәктәптәрҙәге башҡорт балалары һанын асыҡларға, башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеүҙе ойоштороу өсөн телде белгән уҡытыусылар һанын билдәләү маҡсатында ҡала мәктәптәрен милли составы буйынса тикшереп сығырға, башҡорт класы ойоштороу өсөн түләүһеҙ бүлмә биреү мөмкинлеген ҡарарға вәғәҙә бирҙе. Ошо мәсьәләләр ыңғай хәл ителгәндә, дәрестән тыш эшмәкәрлек сиктәрендә башҡорт телен, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеүҙе ойоштороу мөмкинлеге бар, тине Инна Святченко. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар билдәләүенсә, туған телде өйрәнеү тәү сиратта ата-әсәләрҙең теләгенә бәйле. Гөлшат Хөсәйенова һәм Розы Һатыбалова һүҙҙәренсә, Нижневартовск башҡорттарында бындай теләк бар. Тыуған төйәгенән алыҫта йәшәгәнгә күрә улар үҙ тамырҙарын юғалтырға теләмәй, йыл һайын туған телгә һәм мәҙәниәткә һөйөү, был ҡиммәттәрҙе үҫеп килеүсе быуынға еткереү ихтыяжы арта бара.
|