|
|
Яңылыҡтар
Айҙың иң яҡшы блогерҙары билдәләнде«Шайморатовсылар- легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары» биографик белешмәһенең исем туйына башҡорт контентын популярлаштырыу буйынса конкурс еңеүселәре лә саҡырылды. Киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә йүнәлтелгән грант конкурсының өсөнсө этабында 5 проект иң яҡшыһы тип танылды. Блогер һәм журналистарға Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды директоры Гөлназ Йосопова 10 мең һумға сертификат тапшырҙы. Был айҙың еңеүселәре: 1. Гүзәл Ситдиҡова — «Юлдаш» каналы алып барыусыһы, «Махсус репортаж» автор программаһы; 2. Айгөл Шәйәхмәтова — @aigul.bashbrosh блогы авторы, «Башҡортостан тураһында биҙәүестәр» проекты; үҙе эшләгән биҙәүестәрҙә Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтен сағылдыра; 3. Миләүшә Торсонбаева — «Инстабәпәй» https://www.instagram.com/insta_bepei/ авторы, был сәхифәлә сабыйҙар әкиәт, шиғыр, уйындар аша башҡорт телен өйрәнә, аккаунт ата-әсәләргә балаларҙы ҡыҙыҡтырыу, туған телгә һөйөү уятыу өсөн ярҙам итә ; 4. Гөлнара Хәлфетдинова — «Гөлнара Хәлфетдинова. Шиғырҙар.» https://vk.com/club43551296 сәхифәһе, Бәйләнештә селтәрендәге сәхифәлә үҙенең әҫәрҙәрен һала, башҡорт телендә әңгәмәләр үткәрә; 5. Шәһит Хамматов — «Ил ағаһы Мортаза» https://vk.com/club.murtazarahimov сәхифәһе, Бәйләнештә селтәрендәге ике сәхифәлә замандаштар өсөн көнүҙәк проблемалар күтәрә, фекерҙәре менә уртаҡлаша. Конкурстың маҡсаты — киң мәғлүмәт сараларында һәм һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт теле тураһында контентты арттырыу, телгә һәм халыҡҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу. Йомғаҡ ай һайын яһала, жюри ағзалары биш еңеүсене һайлай, улар 10 000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә. |