VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Өфөлә халыҡ ярҙамы менән «Шағир көндәлеге» фильмы төшөрөлә башлай

25 март 2021, 22:30

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған фильмдың ижади төркөмө 29 мартта эшкә тотона. «Шағир көндәлеге» — республика тарихында халыҡ ярҙамына таянған тәүге фильм. 2019 йылдың авгусында фильм тураһында йәмәғәтселеккә иғлан ителде һәм ошо ваҡыттан алып халыҡтан 1 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылды. Пандемияға бәйле фильм буйынса эштәр туҡтап торҙо һәм 2020 йылдың декабрендә йәнә тергеҙелде.

Бөгөн «Башинформ»да ошо кино тураһында матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Фильмды Башҡортостан Башлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, Свердловск киностудияһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығында билдәле башҡорт кинорежиссеры Булат Йосопов төшөрә.

«Минең өсөн Рәми Ғарипов – үҙен, телен, мәҙәниәтен, тарихын үҫтереү менән шөғөлләнгән кешенең сағыу вәкиле. Ул — үҙенең мәҙәниәтенә донъяныҡын йәлеп иткән цивилизатор: Мәскәүҙә уҡыған, тәржемәсе булған, тотош мәктәп булдырған, журналдар асҡан. Минең өсөн ул юғары мәҙәниәт, ижад, йәшәү стандарты булып тора. Үҙеңде юғалтмау бик ҡатмарлы, ә ул юғалтмаған. Рәми Ғариповтың шиғриәтенә уның көндәлектәре аша килдем»,— тип һөйләне кинорежиссёр Булат Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы.

Рәми Ғарипов тураһында тулы метражлы нәфис фильм – «Беренсе Республика» трилогияһының һуңғы өлөшө. Уға «Бабич» һәм «Беренсе Республика» картиналары инә, өсөнсө өлөшө — «Шағир көндәлеге». Трилогия республиканың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә бағышланған. Режиссер трилогияның тәүге ике өлөшөндә төҙөлгән команда менән эшләй. Сценарий авторы – Гөлсәсәк Саламатова.

Шағирҙың улы Азамат Ғарипов әйтеүенсә, атаһы һәм үҙҙәренең ғаиләһе тураһында һәр эште йөрәгенә бик яҡын ҡабул итә, фильмда ла акценттарҙы дөрөҫ ҡуйыу мөһим.

Сараға килгән ҡунаҡтар ҙа ижади төркөмгә теләктәрен еткерҙе. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай шул замандың күп кенә көсөргәнешле мәлдәрен хәтерләй.

«Рәми Ғарипов йәшләй, 45 йәшендә, китеп барҙы. Уның тормошоноң фажиғәле булыуы дәүер, партия диктаты менән бәйле. Фильмды күңелгә үтеп инерлек итеп төшөрөгөҙ»,— тине яҙыусы.

Фильмдың бюджеты — 23,3 миллион һум. Әлеге ваҡытта ул 70 процентҡа тәьмин ителгән, 16 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Продюсер Леонид Филинов картина авторҙарының ябай тамашасыларға, меценаттарға, эшҡыуарҙарға һәм дәүләткә таяныуын билдәләне. Барлыҡ мәғлүмәт – проекттың сайтында.

Уртаҡлашыу