ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары исемлеге тулылана

25 март 2021, 14:37

Кисә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индереү буйынса Эксперт советының VII ултырышы үтте.

Уның эшендә фольклорсылар, сәнғәт белгестәре, этнографтар, тарихсылар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Эксперт советы вәкилдәре төбәк һәм федераль реестрға инеүгә дәғүә иткән 7 объектты ҡараны:

— Башҡортостан Республикаһында рус халыҡ әкиәттәре һәм әкиәтселәре;

— Бөрйән районында сергетыш эшләү технологияһы;

— Башҡортостан сыуаштарының традицион туй йолаһы;

— Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме кәләбәш (кəләпүш);

— Башҡортостандағы Ҡазан татарҙарының традицион туй йолаһы;

— Башҡорттарҙың ат спорты ярышы — «ауҙарыш»;

— Башҡортостан латыштарының Лиго байрамы.

Һәр объект буйынса презентациялар үткәрелде. «Сергетыш» әҙерләү технологияһы менән Бөрйәндән «Кәрәҙ» биҙәү-ҡулланма сәнғәте халыҡ клубы етәксеһе Рәшиҙә Ғизәтуллина таныштырҙы. Сергетыш — серге өҫтөнән көпләнгән биҙәкле күн йәки буҫтау һәм шулай уҡ төҫлө буҫтау менән тышланған тар юрған, түшәк.

Эксперт советына тәҡдим ителгән тағы ла бер ҡыҙыҡлы материал — башҡорт ҡатын-ҡыҙы баш кейеме «кәләбәш» (түбә, башкейем, тубый-ҡашмау, гәләбәш). «Кәләбәш» эшләү технологияһы тураһында Салауат районынан «Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталары халыҡ-ара конкурсы дипломанты Гөлдәр Шабиева һөйләне.

Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса «Башҡортостан латыштарының Лиго байрамын» төбәк реестрына, ҡалғандарын федераль һәм төбәк исемлектәренә индерергә ҡарар ителде.

Уртаҡлашыу