ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Йыл уҡытыусыһы Өфө районынан

23 март 2021, 18:07

Таңсулпан Сафетдинова Советтар Союзы Геройы А.С. Пикунов исемендәге Дорогино ауылы мәктәбендә эшләй. Бөгөн «Торатау» Конгресс-холлында Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы конкурсының еңеүселәре билдәләнде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова конкурс лауреаттарын тәбрикләп, уларға артабан да уңыштар теләне.

«Финалға тиклем оҙон юл үттегеҙ. Быйылғы конкурс тамамланһа ла, нөктә ҡуйырға ашыҡмағыҙ әле. Сөнки был, киреһенсә, яңы башланғыс, яңы проекттар, яңы өмөттәр. Һеҙҙең артабанғы педагогик эшмәкәрлегегеҙ тик бишлегә баһаланһын. Дистанцион уҡыуҙы ойоштороуҙағы фиҙакәрлеге өсөн бөтә уҡытыусыларыбыҙ ҙа миҙалға лайыҡ. Һеҙҙең иңегеҙгә быйыл айырыуса ҙур яуаплылыҡ һәм бурыс йөкмәтелде, һеҙ был эште лайыҡлы атҡарып сыҡтығыҙ», — тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.

— Өфө районы Дорогино мәктәбе уҡытыусыһы Таңсулпан Сафетдинова,

— Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡытыусыһы Светлана Тимерғәлиева,

— Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоуға әҙерләүсе Өфө мәктәп-интернаты уҡытыусыһы Фәнилә Фәтхетдинова,

— Дүртөйлө ҡалаһы Назар нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Руфина Камалова,

— Өфө ҡалаһы М.Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡытыусыһы Рима Яруллиналарға Ҡоролтайҙың Маҡтаулы грамоталары тапшырылды.

Конкурста ҡатнашҡан ике уҡытыусыға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Сынтимер Баязитов Ҡоролтайҙың иң юғары наградаһы- «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын тапшырҙы. Миҙалға Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернаты Клара Дәүләтбаева һәм Илеш районы Ишҡар ауыл мәктәбе уҡытыусыһы Гүзәл Саҙретдинова лайыҡ булды. Шулай уҡ, Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән килгән уҡытыусылар ҙа бүләкләнде. Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы Сөләймән мәктәбе уҡытыусыһы Жәлил Садиҡов, Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Бүре мәктәбенән Ләйсән Әбдрәхимова һәм Сосновка районы Сируси мәктәбенән Лариса Сәйеҙғалина Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталары һәм махсус бүләктәр менән билдәләнде.

Ә Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы булып Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Муллағәлиева танылды.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Уртаҡлашыу