VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Салауат ҡалаһында башҡорт телен күберәк өйрәнә башланылар

23 март 2021, 12:17

Был ата-әсәләр йәмәғәтселеге, ҡала ҡоролтайы әүҙемлеге һәм урындағы властар ярҙамы менән атҡарыла.

БР Хөкүмәтенең телдәр буйынса ултырышында Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов «БР халыҡтары телдәре тураһында» законды тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибә менән уртаҡлашты.

Игорь Мироновтың һүҙҙәренә ярашлы, йәмәғәт ойошмалары ҡала хакимиәте менән берлектә эшләй. Һөҙөмтәләр күҙгә күренерлек. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә «Йәншишмә» башҡорт балалар баҡсаһы эшмәкәрлеге тергеҙелгән. Унда әле 116 бала туған башҡорт телендә тәрбиә ала. Ата-әсәләр һорауы буйынса өс балалар баҡсаһында тағы биш төркөм асылған. Шуны билдәләргә кәрәк, Салауатта аҡыл менән эш итә белгән әүҙем ата-әсәләр йәшәй- ваҡытында кәрәк ғаризалар яҙалар, урындағы власть органдарына ихтыяждары тураһында хәбәр итәләр. Активистарҙың күбеһе ҡоролтайҙа һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге ата-әсәләр комиссияһының филиалында ағза.

25-се ҡала гимназияһы милли мәғариф учреждениеһы статусын кире ҡайтарҙы. Салауатта БР халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәттәре үҙәге ойошторолдо, унда 4 тел- башҡорт, татар, украин, немец телдәрен өйрәнәләр.

Телевидениела ла башҡорт телендә тапшырыуҙар күбәйҙе. «Салауат» телекомпанияһы тарафынан башҡорт телендә яңылыҡтар сығарылышы эфирға әҙерләнә. Быға тиклем «Йәнтөйәк» исемле бер генә тапшырыу бар ине.

Маҡсаттар уртаҡ булғанда, эш ырай. Афарин, салауаттар!

Уртаҡлашыу