VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Таш - ҡатын

17 март 2021, 15:46

Башҡорт шағирәһе Зөлфиә Ханнанова үҙенең яңы китабының исем туйын үткәрә. Шиғырҙар шәлкеме һәм бер поэма ингән йыйынтыҡ ике телдә- башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күрҙе. «Таш-ҡатын» тип аталған китаптың исем туйы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһында үтәсәк.

Зөлфиә Ханнанова- башҡорт поэзияһының һәләтле йондоҙо. Уның шиғырҙары үҙенең көсө, тамырлы, ерле һәм рухлы булыуы менән айырылып тора. Башҡорт ҡаатын- ҡыҙы исеменән шиғыр телендә көслө сығыш яһаған әҙибәнең һәр бер китабы уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителә.

«Таш —ҡатын» йыйынтығына шағирәнең фәлсәфәүи һәм күңел шғырҙары ингән. Унда халыҡ яҙмышы, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге, уйланыуҙар, үҙ- үҙенә мөрәжәғәт, тормош асылы хаҡындағы фекерҙәре ярылып ята.

Китаптың йөкмәткеһенә ингән шиғырҙар ике телдә яҙылған. Зөлфиә Ханнанова ижадын Сергей Янаки, Светлана Чураева, Татьяна Вострикова, Станислав Шалухин, Азамат Буранбаев, Лина Солтанова тәржемә иткән.

Исем туйы «Беҙ үҙебеҙ —башҡорттар» тигән сара сиктәрендә үҙасаҡ. Ул 18 мартта, китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм крайҙы өйрәнеү залында, 15 сәғәттә башлана. Сара онлайн- режимда ла күрһәтелә. http://www.bashnl.ru/proekty/translyatsii/?ELEMENT_ID=8668

Китаптың исем туйында Башҡортостан яҙыусыларынан тыш, Ҡаҙағстан, Ингушетия, Дағстан, Беларусь республикаһынан әҙиптәрҙең ҡатнашыуы көтөлә.


Уртаҡлашыу