VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Башҡорт Ғаиләһе ЙылыАйыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайБашҡорт тарихы йылыМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Билдәле Рәсәй скульпторы Салауат Щербаков «Урал батыр» эпосын һынландырырға хыяллана

17 март 2021, 00:09

Бөгөн Өфөнөң «Родина» кинотеатрында Мәскәүҙә эшләүсе билдәле скульптор, Рәсәй сәнғәт академияһының академигы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков тураһындағы «Минең исемем Салауат» фильмы премьераһы үтте.

Салауат Александрович Щербаков 1955 йылда Мәскәүҙә тыуған. Уның атаһы —Ырымбур башҡорто Дәүләтхажи Ишкилдин бик йәшләй етем ҡалып, балалар йортона эләгә, ә һуғыш йылдарын үтеп Мәскәүҙә йәшәй башлай һәм ғаилә ҡора. Салауат Щербаков Мәскәүҙә һәм башҡа ҡалаларҙа урынлаштырылған 40-тан ашыу скультпуралар авторы, сәнғәт донъяһында билдәле автор.

«Минең исемем Салауат» фильмын журналист Гәүһәр Батталованың ижади төркөмө төшөргән. Унды Салауат Александровичтың сәнғәт һәм тормош юлы, үҙен башҡорт тип таныуға табан барған эҙләнеүе һүрәтләнә.

«Миндә башҡорт сифаттары барлығын үҙем дә белмәй йәшәгәнмен. Хатта атлап йөрөшөмә тиклем. Минең атлауым атайымдыҡына оҡшаған. Һәм Өфөгә беренсе тапҡыр килгәс кенә, мин был атлап йөрөү рәүеше башҡорттарға хас икәнен аңланым. Меңәр йылдар һыбай сапҡан халыҡ вариҫтары шулай атлай. Мин әле «йәш башҡорт», сөнки милли үҙаң миндә яңыраҡ ҡына уянды. Шулай ҙа, олоғайған һайын, мин нығыраҡ башҡортҡа әйләнеп барам, шикелле. Мин башҡорт булыуым менән ғорурланам. Минең иң ҙур хыялым—"Урал батыр" эпосына нигеҙләнгән композиция ижад итеү»,- тип белдерҙе фильм премьераһында Салауат Щербаков.
Уртаҡлашыу