VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Башҡорт Ғаиләһе ЙылыАйыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайБашҡорт тарихы йылыМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

«Сыңрау торна» төньяҡ - көнсығыш башҡорттарын берләштерә

13 март 2021, 16:32

«Сыңрау торна» ижади фестивале төньяҡ - көнбайыш башҡорттарын туплаусы байрамға әйләнгән. Ул быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторола. Әйткәндәй, бәйге Арый ауылы халҡы, урындағы ҡоролтай тәҡдиме һәм ҡатнашлығында, район хакимиәте ярҙамында ойошторола. Фестивалдең географияһы йылдан йыл киңәйә, ҡатнашыусылар һаны арта. Быйыл фольклор бәйгеһе дүртенсе тапҡыр ойошторола. Был юлы ул йолалар байрамына әүерелде. Сығыштар онотола барған ғөрөф-ғәҙәттәр, йола элементтарына бай ине.

Арый ауылында Дыуан «Әхирәттәр» фольклор коллективы йүкә ишеү, Салауат районы Арҡауыл ауылы «Байыҡ» коллективы «Ҡыҙ оҙатыу», Дыуан районы Ҡаракүл ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм тәрбиәләнеүселәре «Ҡаҙ өмәһе» , Салауат районы Мәсетле ауылы «Кис ултырыу» йолаһын күрһәтте. Асҡындар бәпес ҡотлау үҙенсәлектәре менән таныштырһа, Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылы «Ләйсән» коллективы «Ҡарға бутҡаһына» әҙерләнергә саҡырҙы. Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылы"Ҡомартҡы" тамбурлы ҡыйыу коллективы «Һандыҡ һатыу» серҙәре, Ҡыйғы районы Йосоп ауылы коллективы ҡул менән бесән сабыу йолаһы менән таныштырҙы. Ҡыйығынан Ибрай ауылы коллективы яҙ килеүгә ишаралап, «Әйҙә, боҙ киткәндә» байрамын ойошторорға өндәне.

Фольклор коллективтары сығыштарын филологияһы фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәксеһе Ғәлим Яҡупов, шағирә Зөлфиә Ханнанова, Ҡоролтай башҡарма комитеты ағзаһы, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов баһаланы.

Халҡыбыҙ милли асылын юғалтмаһын, киләсәккә ышаныс менән ҡараһын, тиһәк, йолаларҙы һаҡлау, тергеҙеү мөһим. Йола белгән — юғалмаҫ, тигән халҡыбыҙ (Роза Шафиҡова мәғлүмәте).

Уртаҡлашыу