|
|
Яңылыҡтар
Шайморатовсылар тураһында биографик белешмә донъя күрҙе«Шаймуратовцы — воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии» исемле баҫма донъя күрҙе. Китап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең берҙәм эш һөҙөмтәһе булып тора. Унда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында хеҙмәт иткән яугирҙар тураһында 2700 тирәһе биографик белешмә һәм 200-ҙән ашыу фотоһүрәт тупланған. Баҫма республика китапханаларына һәм иң әүҙем ҡатнашҡан Шайморатовсылар вариҫтарына таратыласаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының тулы исемлеген төҙөү эшен 2019 йылда башлаған ине. Ошо маҡсатта «Шаймуратовцы — Шайморатов вариҫтары» проекты ойошторолдо. Ул халыҡ араһында хуплау тапты, электрон почтаға башҡорт атлылары тураһында мәғлүмәт менән бик күп хаттар килде. Шулай уҡ республика музейҙары, Башҡортостан хәрби комиссариаты, Архив эштәре идаралығы, Милли архив һәм башҡа учреждениелар ярҙам күрһәтте. Ошо проект барышында 3800-ҙән ашыу яугир тураһында мәғлүмәт тупланды, улар тикшереп сығыу һәм белешмә әҙерләү өсөн "Башҡортостан энциклопедияһы"на тапшырылды. Исемлек аныҡланғандан һуң тороп ҡалған 2700 башҡорт атлыһы тураһында мәғлүмәт китапҡа инде лә инде. Меңгә яҡын фамилия уларҙың тап 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итеүе тураһында мәғлүмәттәрҙең раҫланмауы сәбәпле әлегә индерелмәне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы Рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы республика ғорурлығы булыуына ҡарамаҫтан, уның яугирҙары исемлеген тергеҙеү буйынса етди эш бығаса башҡарылмаған. «Шайморатовсылар тураһындағы белешмәлә легендар дивизия составында хеҙмәт иткән һалдат һәм офицерҙар биографияһы аша уның шанлы хәрби юлы тергеҙелә. Был эшкә күп көс һалынды, әммә барлыҡ яугирҙарҙың да исеме асыҡланманы әле. Проект артабан да дауам итер, тип ышанабыҙ. Интернет селтәрендә www.112bkd.ru сайты эшләп килә, ул баҫма белешмәнең электрон версияһы булып тора һәм артабан да тулыланасаҡ. Ошо йәһәттән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышсыларының туғандарын, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе әүҙемерәк булырға саҡырабыҙ»,— тине Эльвира Ринат ҡыҙы. www.112bkd.ru - проект сайтына һылтанма |