|
|
Яңылыҡтар
Матур ғаилә – ил күрке!1 март — Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Балаларын илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләгән, халҡыбыҙ тарихын һаҡлауға, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән, милли кәсептәрҙе тергеҙгән, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған ғаиләләр Стәрлетамаҡ ҡалаһында бәйге тотто. Саҡмағош, Салауат, Хәйбулла, Миәкә, Өфө, Учалы райондарынан, Сибай, Өфө, Стәрлетамаҡ, Ырымбур ҡалаларынан килгән конкурсанттар «Ғаилә оҫталығы», «Ғаилә ҡиммәттәре» һәм «Ғаилә ижады» тигән өс номинацияла билдәләнде. Тәүге урынға йөҙ, икенсегә илле, өсөнсө урынға утыҙ меңлек сертификаттар тапшырылды. Шулай итеп, «Ғаилә оҫталығы» номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булған өлгөлө ғаилә — Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан Суриндар, икенселә Салауат районы Урмансы ауылынан Сәйетғәлиндар, өсөнсө урын — Саҡмағош районынан Ильясовтар ғаиләһендә. «Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында тәүге урын Өфө районы Шамонино ауылынан Мәхмүтовтарҙа, икенсе урында Сибай ҡалаһынан Йәнбәковтар, өсөнсөлә — Миәкә районынан Ғәниевтар ғаиләһе. «Ғаилә ижады» номинацияһында беренсе урында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан өлгөлө ғаилә Ишмөхәмәтовтар, икенсе урында Өфө ҡалаһынан Шәһәрғазиндар, өсөнсө урын — Учалы районы Уральск ҡасабаһында йәшәүсе Үҙәнбаевтарҙа. Ырымбур өлкәһенән килгән иң татыу, иң күп балалы (уларҙың үҙҙәренең өс һәм тәрбиәгә алған ун дүрт балаһы бар) Рәйсә Әхмәҙулла ҡыҙы һәм Ғәли Ғәфиәт улы Сарбаевтарҙың күркәм ғаиләһе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һөм БР Халыҡтар дуҫлығы йортононоң махсус приздарына лайыҡ булды. «Был байрам Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған сара. Уны Стәрлетамаҡ ҡоролтайы тәҡдим иткәйне, шунан Республика конкурсына әүерелде, ә хәҙер уны асыҡ конкурс тип иғлан иткәс, республика кимәлендә генә түгел, башҡа өлкәләрҙән дә ҡатнашыусылар булғанына беҙ бик шатбыҙ. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһенән 33 кешелек ҙур ғаилә ҡатнашты. Артабан да был конкурсты үҫтереүгә, халыҡ-ара кимәлгә сығарырға ниәт бар, беренсе март башҡорт ғаиләһе көнө икәнен иҫбатлар өсөн, йылдан-йыл ҡатнашыусылар һанын да арттырырға кәрәктер. Башҡорттарҙың ғаилә көнө булыуы — беҙгә рух, көс өҫтәй, һәр бер ғаиләлә төрлө балалар бар, улар үҙҙәренең телен, мәҙәниәтен белеп үҫәсәктәр. Өлгөлө ғаиләләр булғанда беҙҙең милләттең киләсәге бар тигән һүҙ»,- тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова. Матурлыҡ та, батырлыҡ та, сабырлыҡ та ғаиләлә тәрбиәләнә! Бәйгеселәргә лә, илебеҙҙәге барлыҡ ғаиләләргә лә матур, уңған, өлгөлө булыуҙарын теләйбеҙ. |