ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Башҡорт Википедияһы 15 йыллығын билдәләй

20 февраль 2021, 17:49

2005 йылда интернет селтәрендә «Башҡортостан» вики-мәҡәләһенең тәүге версияһы баҫтырыла. Шул ваҡыттан алып Википедияның башҡорт телендәге өлөшө яңынан-яңы материалдар менән тулылана. Әле башҡортса яҙылған мәҡәләләрҙең һаны ирекле интернет-энциклопедияһында 55 меңдән ашҡан. Улар араһында башҡорт тарихына, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә арналған мәҡәләләр ҙә, дөйөм кешелек белемен туплаған тәржемәләнгән мәҡәләләр ҙә бар. Башҡорт Википедияһы—донъя викимедиа даирәһенең иң әүҙем үҫешкән биләмәләренең береһе. Мәҫәлән, уҙған айҙа ғына башҡорт мәҡәләләрен ике миллионға яҡын тапҡыр уҡығандар.

Быларҙың барыһы ла—һаны иленән дә ашмаған активистар төркөмөнөң ҡаҙанышы. Уҡытыусылар, журналистар, яҙыусылар был эштә бушлай ҡатнаша. Бөгөн уларҙың хеҙмәте Республика Хөкүмәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан баһаланды.

«Был кешеләр таҙа альтруизмда ғына ҙур эш башҡара. Оҙаҡ йылдар дауамында уларға тейешле иғтибар бүленмәй килде. Минеңсә, улар дәүләт һәм йәмәғәт наградаларына лайыҡ. Был ирекмәндәрҙең эше бик тә һөҙөмтәле, улар бөртөкләп интернетта башҡорт контентын туплай. Ә беҙ беләбеҙ—интернетҡа һалынған нәмә унда мәңгегә ҡала. Улар яҙған мәҡәләләр киләсәк быуындарға ла ярҙам итер. Ирекмәндәр цифрлы форматтағы башҡорт теленең нигеҙен ҡоя. Киләсәктә беҙ уларҙың эшен ҡеүәтләргә тырышырбыҙ. Мәҫәлән, грант проектарын тормошҡа ашырыу юлдары менән»,— тип белдерҙе форумда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов.

Башҡорт мәҡәләләрен яҙыу һәм төҙәтеү эшенә ҙур өлөш индергән өсөн Башҡортостан Башлығының Грамоталары менән Ансар Әнүәр улы Нуретдинов, Луиза Әбүталип ҡыҙы Юлдашева бүләкләнде. Сәлихов Зөфәр Ғәбделәхәт улы һәм Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы Ниғмәтйәнова википедия осрашыуҙарын, конкурстарын һәм форумдарын ойоштороу өсөн Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаттарын алды. Башҡортостан Хөкүмәтенең Грамоталары менән Әлфиә Носрат ҡыҙы Аҡбутина, Ләйсән Булат ҡыҙы Абдрахманова, Раян Ғафар улы Атанбаев бүләкләнде. Мәғариф һәм фән министрлығының Грамотаһына Миләүшә Арыҫланбәк ҡыҙы Әхмәтйәнова, рәхмәт хаттарына—Көнһылыу Зәки ҡыҙы Ҡотлобаева, Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғиззәтуллина, Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы Абдуллина лайыҡ булды.

«Бәхетленең байрамы бергә, тигән һүҙ дөрөҫ. Иртәгә Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә, һеҙҙе етеп килгән байрам менән ҡотлайбыҙ. Туған телде үҫтереүгә һеҙ ҙур өлөш индерәһегеҙ, сөнки йәш быуын вәкилдәре яңы мәғлүмәттең 100 процентын тап интернеттан ала. Был хәрәкәткә ошо йәш быуын вәкилдәрен йәлеп итеү маҡсаты ла бар. Вики-өләсәйҙәр генә түгел, вики-балалар һәм вики-үҫмерҙәр ҙә булырға тейеш. Артабан да башҡорт донъяһын интернетҡа танытайыҡ һәм милләтебеҙҙе белемлерәк итәйек»,— тип ҡотлап үтте активистарҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы Рәйесе Эльвира Айытҡолова.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сә халҡыңа» миҙалы менән Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова, Миңлебанат Хәсән ҡыҙы Вәлиева-Яубаҫарова, Миңлехаят Миңлесәғит ҡыҙы Йосопова, Гөлшат Әхмәт ҡыҙы Сөләймәнова, Таңһылыу Зәки ҡыҙы Ҡыуандыҡова бүләкләнде.

Башҡорт Википедияһының иң йәш ҡатнашыусыһы Айҙар Сәлихов, тәжрибәле авторҙар Владимир Медейко, Павел Каганер, Олег Абарников, Фәрхәд Фәтҡуллин, Александр Красоткин Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының рәхмәт хаттарын алды.

Википедистар форумының ғәмәли өлөшөндә ирекмәндәр «Башҡорттар» марафонын иғлан итте. Ул 21 февралдә башланып, 11 октябргә тиклем дауам итәсәк. Еңеүселәр исемдәре 14 декабрҙә—Башҡорт теле көнөндә иғлан ителәсәк.

Артабан «Башҡорт Википедияһын үҫтереү перспективалары» түңәрәк өҫтәлендә ирекмәндәр көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алышып, киләсәккә пландарын уртаҡлашты. Әле башҡорт вики-йәмәғәтселек алдында Башҡортостан Башлығы Грантын ғәмәлгә ашырыу эше тора. Уларға мәҡәләләр яҙыу буйынса биш конкурс ойоштораһы, яңы википедия авторҙарын әҙерләү өсөн биш курс үткәрәһе бар. Онлайн Вики-мәктәптә тәүге курс 1 мартта башлана.

Уртаҡлашыу