|
![]() Яңылыҡтар
Баймаҡ районында «Ир һүҙе — ил һүҙе» йыйыны үттеТүбәнге Яйыҡбай ауылында ҙур сара — Урал аръяғы райондары ир-егеттәренең «Ир һүҙе — ил һүҙе» йыйыны үтте. Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар: Хәйбулла районының «Айыҡ ауыл» район еңеүсеһе Әбүбәкир ауылы, Йылайыр районы еңеүсеһе Сәләх ауылы ир-егеттәр ҡоро, ҡоролтай рәйестәре, старосталары, әүҙемселәре, Йылайыр районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Зөһрә Зәйнуллина, «Һаҡмар йылғаһы буйлап» район сәләмәтлек марафонын ябыусы Әбделкәрим ауыл биләмәһе вәкилдәре саҡырылды. Йыйында шулай уҡ Баймаҡ районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов һәм Баймаҡ районы ир-егеттәр ҡоро рәйесе Илгиз Йәнбирҙин ҡатнашты. Һөйләшеүҙә ауылдарҙы айыҡ тормошҡа әйҙәү, ир-егеттәр ойошмаларының эшен яңы кимәлгә күтәреү, сәләмәт тормошто киң йәйелдереү буйынса һәр ауылда маҡсатлы, адреслы эш алып барыу мәсьәләләре ҡаралды. Бөтә фекерҙәрҙе иҫәпкә алып, резолюция ҡабул ителде. Түбәнге Яйыҡбай ауылы боронғо йолаларҙы тергеҙеүе, уларға яңы һулыш биреүе менән айырылып тора. Был юлы ла улар ошо үҙенсәлектәренә тоғро ҡалды. Ир-егеттең биле ныҡ икән иле лә ныҡ, көслө була. Борон- борондан беҙҙең ир-егеттәр билгә ҙур иғтибар биргән, һәр ваҡыт яҫы билбауҙар быуып йөрөгән. Ошоно иҫәпкә алып яйыҡбай ҡатын-ҡыҙҙары һәм ағинәйҙәре йыйында ҡатнашыусы барлыҡ ир-егеттәргә үҙҙәре әҙерләгән билбау таҡты. «Билдәрегеҙ ныҡ булһын! Халҡыбыҙҙың аҫыл ир-егеттәре булығыҙ!» тип теләне улар һәм милли кейем элементы булараҡ аяттарға, һуғым аштарына ошо билбауҙарҙы тағып йөрөгөҙ тип теләк әйттеләр. Ир-егеткә азаматлыҡ бала саҡтан һалынырға тейеш. Ир бала тәрбиәләүгә бәйле халҡыбыҙҙа күп йолалар бар. Шуларҙың береһе — малайҙарҙы атҡа мендереү. Йыйындың киләһе өлөшө ошо йолаға арналды. Малайҙарға изге теләктәр, наказдар биреп атҡа мендерҙеләр һәм егетлек билдәһе итеп сыбыртҡы бүләк иттеләр. Декабрь айында Түбәнге Яйыҡбай ауылы Һаҡмар йылғаһы буйлап сәләмәтлек марафонына старт биргән ине. Ошо көндәрҙә эстафета Әбделкәрим ауыл биләмәһенә барып етте һәм тамамланды. Әлеге йыйында марафон штандарты кире ауылға ҡайтты. Әбделкәрим ауыл хакимиәте башлығы Ямалетдинов Илнур Нурбулат улы уны тантаналы рәүештә ауыл старостаһы Хәсәнов Рәил Сәфәрғәле улына тапшырҙы. Ҡунаҡтар шулай уҡ милли уйындар майҙансығында уҡ атып, бура һуғып, сыбыртҡы шартлатып ҡаранылар, Баяс батыр стелаһына экскурсияға барҙылар, сылтырап ағып ятҡан Апай шишмәһенең һыуынан боҫорап ҡайнап ултырған самауыр сәйенән, тәмле ҡоймаҡтарҙан ауыҙ иттеләр. «Ир һүҙе — ил һүҙе» йыйыны үҙ маҡсатына иреште. Бөтә ҡатнашыусылар уның юғары кимәлдә үтеүен билдәләнеләр. Афарин, яйыҡбайҙар! |