|
Яңылыҡтар
Донъя классикаһы әкиәттәрен башҡорт телендә тыңларға булаӘхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың йәш уҡыусылары башҡорт телендәге аудиокитаптар менән файҙалана ала. Льюис Кэрролдың «Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары» әҫәрен һәм «Мең дә бер кисә» әкиәттәрен хәҙер башҡорт телендә тыңларға була. Проект Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы башланғысы менән тормошҡа ашырыла, әкиәттәрҙе яҙҙырыу өҫтөндә бер төркөм башҡорт артистары эшләне. Ижади коллектив етәксеһе, «Башкортостан» дәүләт концерт залы режиссеры Илшат Фәхертдинов әйтеүенсә, тауышлы әкиәттәр булдырыу тураһында ул күптән хыялланған һәм был эшкә теләп тотонған. «Әкиәттәрҙе профессиональ артистарыбыҙ уҡыны. Мәҫәлән, «Әлисә...» әҫәрен Фәрхәт Ғәйнетдинов менән Зилә Ситдикова, ә «Мең дә бер кисәне» республиканың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов тауышландырҙы. Әле Редьярд Киплингтың "Маугли"һын яҙҙыра башланыҡ, уны Башҡортостандың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиев уҡый. Март аҙағынаса Роберт Стивенсондың "Хазиналар утрауы"н тамамларға ниәтләйбеҙ. Эштең иң ауыры — яҙылғандарҙы бергә йыйнау. Беҙҙең бурыс — тыңлаусыны беренсе һөйләмдән үк арбау, әҫәрҙә бирелгән мөхит эсенә алып кереү. Баланың иғтибарын йәлеп итер өсөн дөрөҫ музыка, тауыштар һайлай белергә кәрәк«. Милли китапхана йәш уҡыусыларҙы был әҫәрҙәр менән таныштырыу өсөн бөгөндән үк көтөп ҡала. «Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары» әҫәренең яҙмаһы 12 өлөштән тора. «Мең дә бер кисә» әкиәтенән Шәхризаданың һөйләгән 8 мажараһы тауышландырылды. Яҙмалар Милли электрон китапханала (http://ebook.bashnl.ru/dsweb/View/ResourceCollection-5151) һәм Милли китапхана сайтының «Аудиокитаптар» (http://www.bashnl.ru/proekty/audioknigi/ ) бүлегендә урынлаштырылған. |