|
Яңылыҡтар
Рәсәй төбәктәрендә башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре асылаБашҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы делегацияһы күптән түгел Татарстан Республикаһының Яр Саллы һәм Ханты-Манси автономиялы округының Сургут ҡалаларында эш сәфәре менән йөрөп ҡайтты. Сәфәрҙең маҡсаты – ошо төбәктәрҙә башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыу. Әлеге ваҡыта Яр Саллы ҡалаһында башҡорт теле дәрестәре «Шишмә» Халыҡтар дуҫлығы йорто нигеҙендә алып барыла, ә Сургут ҡалаһында йәмәғәтселәр ҡуртымға алған төрлө биналарҙа уҡытыла. Эшлекле һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә берҙәм һәм үҙәкләштерелгән рәүештә уҡытыу ойошторорор өсөн Яр Саллыла 11-се һанлы, Сургутта 25-се һанлы мәктәптәр билдәләнде. Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре тап ошо белем биреү учреждениеларында урынлашасаҡ. Башҡортостан вәкилдәре шулай уҡ төбәктәр араһында милли һәм этномәҙәни өлкәләрҙә нығыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк хеҙмәттәшлек итергә лә килеште. Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен март айында асыу планлаштырыла. Белешмә. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы Башҡорт республика гимназия-интернаты «Башҡорт теле – башҡорт иле» йәкшәмбе мәҙәни-тарихи мәктәбе» проектын тормошҡа ашыра. Проект Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм туған телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендәге Башҡортостан башлығы грантына бойомға ашырыла. Уға ярашлы Силәбе өлкәһенең Магнитогорск, Миәс ҡалаларында һәм Ҡыҙыл ауылында, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ һәм Орск ҡалаларында, Свердлов өлкәһенең Үрге Пышма ҡалаһында, Пермь крайының Елпачиха ауылында, Татарстан Республикаһының Яр Саллы һәм Ханты-Манси автономиялы округының Сургут ҡалаларында башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре асыласаҡ. |