|
Яңылыҡтар
Быйма байрамыСтәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылында күптәрҙең яратҡан аяҡ кейеменә арналған сара үтте. Ауыл кешеһе өсөн быйма ябай әйбер түгел. Үҙе уңайлы, үҙе йылы — сатлама һыуыҡтарҙа ауыл халҡы тик быймала йөрөй. Матурлығы менән дә затлы итектәрҙән ҡалышмай. «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә үткән сарала ҡабыҡҡыуыштар төрлө семәрҙәр менән биҙәлгән быймаларын күрһәтте. Сәскәләр, ҡар бөртөктәре, милли биҙәктәр — һәр хужабикәнең быймаһы үҙенсә матур. «Быймаға хөрмәт, йәнгә рәхәт» конкурсы тамамланғас, ҡышҡы уйындар башланды. Арҡан тартыу, санала уҙыш, сәкән һуғыу, кемдең быймаһы алыҫҡараҡ оса- ярыштарҙа ҡатнашыу шарты- мотлаҡ быймала булыу. Тирмә ҡоролдо,самауыр сәйе ҡайнаны, милли аш-һыу әҙерләнде. Быйма байрамын ойоштороуға район йәштәр эше бүлеге һәм ауыл биләмәһе хакимиәте күп көс һалған. Ә 20 февраль «Айыҡ ауыл 2020» сиктәрендә Ҡабыҡҡыуышта йәнә бер үҙенсәлекле сара көтөлә. Стәрлебаш районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә «Шәжәрә байрамы» уҙғарыла . |