ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Мең ырыуы йыйыны йәйен Әлшәйҙә үтә

16 февраль 2021, 10:54

«Мең ырыуы» төбәк-ара йәмәғәт берләшмәһенең совет ултырышында 2021 йылға эш планы раҫланды. Пандемия сәбәпле, үткән йыл йыйын уҙғарылмаған. Быйылғы ҡорҙо меңлеләр лайыҡлы үткәрергә ниәтләй. Совет ағзалары ырыуҙың данлыҡлы улдары исемен мәңгеләштереүҙе дауам итмәксе. 2022 йылда Ҡәнзәфәр бейҙең тыуыуына 490 йыл тула. Арҙаҡлы шәхескә тыуған төйәге Шишмә районы Ябалаҡлы ауылында һәйкәл ҡуйыла. Бюст әҙер, уны ырыуҙаштар үҙ аҡсаһына урынлаштыра. Әле тейешле сумма йыйылып бөтмәгән. Шулай уҡ, ырыу советы мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла, генерал-лейтенант, күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәр Хажиәхмәт Ишбулатов, шағир Ярлы Кәрим, фольклорсы, ғалим Ниғмәт Шоңҡаров кеүек шәхестәргә арналған саралар ойоштороуҙы планлаштырған.

««Мең ырыуы» төбәк-ара йәмәғәт берләшмәһенең советында ырыуҙың лайыҡлы вәкилдәре эшләй. Бөгөн биология фәндәре кандидаты, оҙаҡ йылдар яуаплы вазифалар башҡарған, абруйлы, тәжрибәле шәхес Дамир Асҡаров һәм әле Өфө дәүләт нефть-техник университетында белем алып йөрөгән студент Айрат Мусинды ҡабул иттек. Улар бөгөндән ырыу эштәренә ҡушылды. Пландар ҙур, башҡараһы эштәр күп. Киләһе күләмле сара — 19 мартта Миәкә районында үтәсәк Шәжәрә байрамы. Уға әҙерлек күптән башланды», — ти «Мең ырыуы союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы етәксеһе Әхнәф Тимербулатов.
Уртаҡлашыу