ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

21 февраль — Туған телдәр көнө

15 февраль 2021, 18:20

Туған телдәр көнөнә ҡарата Башҡортостан Республикаһында бик күп төрлө саралар үтәсәк.

«Ҡыҙыл Яр» рус тарихи-мәҙәни үҙәге Өфө районында «Милли костюмдың тел портреты» исемле туған телдәр фестивале ойоштора.

Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге Тәтешле районының Бигәнәй ауылында, Мари тарихи-мәҙәни үҙәге — Мишкә районының Мишкә ауылында мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәр үткәрә.

Татар тарихи-мәҙәни үҙәге социаль селтәрҙә «Туған телдә һөйләшәм» флешмобын үткәрә.

Немец тарихи-мәҙәни үҙәге «Туған телде һаҡлайыҡ » акцияһы уҙғара, уға ярашлы видеоға немец телендә шиғыр һөйләп йәки ҡотлау яҙҙырып ебәрергә мөмкин.

Саранан Рәсәй төбәктәре лә ситтә ҡалмаясаҡ. Мәҫәлән, Пермь крайының Сүлмәш ауылында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадына арналған әҙәби кисә үтәсәк. Ә Ырымбур өлкәһендә шағирә Нәфисә Смакова менән онлайн-осрашыу була. Свердловск өлкәһендә «Осрашыу урынын үҙгәртергә ярамай» тип аталған кисә ойошторола. Унда ҡатнашыусыларҙың һәр береһе үҙ халҡы телендә концерт номерын тәҡдим итәсәк.

Силәбе өлкәһендә «Шаяр» проекты сиктәрендә сара ойошторола.

«Ойоштороу комитеты ағзалары көлкөлө ваҡиғалар теркәү маҡсатында Бәжекәй мәктәбе уҡыусылары менән бергә ауыл өйҙәре буйлап йөрөйәсәк. Урындағы халыҡтан шаяртыуҙар йыйыуҙы ойошторабыҙ. Традицион һабантуйҙар алдынан бүләктәр йыйыу үткәрелә бит, ә беҙ халыҡ юморының гәүһәрҙәрен шулай туплаясаҡбыҙ»,— тип һөйләне ойоштороусы, урындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Нурия Иҡсанова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең «Шаяр» проекты Башҡортостан Башлығының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн грант конкурсында еңеүсе булды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы социаль селтәрҙә шиғри флешмоб башлап ебәрҙе. Унда һәр кем ҡатнаша ала, бының өсөн башҡорт шағирының берәй әҫәрен ятлап видеоға яҙҙырырға һәм социаль селтәрҙәр биттәрендә #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #ТуғанТелдәрКөнө2021 хештегтары менән ҡуйырға кәрәк.

20 февралдә төрлө урындарҙа Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә диктанттар ойошторола. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала башҡорт телендә диктант уҙғара.

Уртаҡлашыу