VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихАтайсалБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Яңауыл районы – уран башҡорттары төйәге

12 февраль 2021, 23:51

Башҡорт халҡы бөгөн 40-тан ашыу ырыуҙы үҙ эсенә ала. Рус лексикографы Владимир Даль заманында былай тип яҙған: «Башҡорт халҡы борондан ырыуҙарға бүленгән, уларҙың һәр береһенең ораны, тамғаһы, ағасы һәм ҡошо бар...»

Шундай боронғо ырыуҙарҙың береһе — Уран. Заманында улар Уҫы даруғаһының Уран волосын биләгән, хәҙер был ерҙәр Башҡортостан Республикаһының Яңауыл һәм Удмуртияның Камбарка райондарына тура килә. Ә бөгөн Уран ырыуы халҡы ҡорға йыйылды, унда 13 ауылдан 77 делегат ҡатнаша. Сара Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Шәжәрә» Бөтә Рәсәй мәҙәни-ағартыу проекты менән бергә ойошторола.

Сара ҡаланың Мәҙәниәт һәм күңел асыу үҙәгендә үтә. Йыйын ҡунаҡтарын башҡорт ғаиләләренең көнкүрешен сағылдырған күргәҙмәләр ҡаршы алды. Айырым иғтибарҙы Уран башҡорттарының шәжәрәләре менән стендтар йәлеп итте. Уларҙың ҡайһы берҙәре 14-се быуынға тиклем барып етә һәм самаһы менән 450 исемдән тора. Оҫталар иһә ижад емештәрен — туҡыма, кейеҙ, ағас һәм таштан эшләнгән сынъяһауҙарын күрһәтте.

Сара Уран ырыуы тарихына бағышланған театрлаштырылған тамашанан башланды. Рәсми өлөш алдынан йола буйынса башҡорттарҙың гимны — «Урал» көйө яңғыраны.

Ҡунаҡтарҙы Яңауыл районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Салауат Ғилмиев сәләмләне. Беүә йылғаһы һәм уның күп һанлы ҡушылдыҡтары үҙәне электән Уран ырыуы ерҙәре булыуын әйтеп китте.

«Уҙған быуаттар осоронда беҙҙең район биләмәһендә төрки, славян һәм фин-уғыр халыҡтары бергә аралашып йәшәгән. Кешегә - айырым шәхескә, ғаиләгә, халыҡҡа - үҙ тамырҙарын белеү мөһим, тик шул саҡта ғына тыуған ер ҡиммәтерәк һәм ҡәҙерлерәк буласаҡ. Бөгөнгө сара быға яҡшыраҡ булышлыҡ итә », - тине Салауат Нәзир улы. - тине Салауат Нәзир улы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов үҙенең сығышында Ҡоролтайҙың проекттарына туҡталды, башҡарылған һәм планлаштырылған эштәр хаҡында һөйләне. Шулай уҡ ғаилә тарихын, тыуған төйәк тарихын өйрәнергә саҡырҙы, сөнки глобалләштереү шарттарында үҙ тамырҙарыңды белеү генә халыҡтың үҙаңын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәген аңлатты.

Билдәле тарихсылар Салауат Хәмиҙуллин һәм Юлдаш Йосопов Уран ырыуы тарихы тураһында һөйләне, съезда ҡатнашыусыларға башҡорт ырыуҙары таралыу картаһын күрһәтте.

Яҙыусы-сатирик, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары вәкиле Марсель Сәлимовтың ярым етди, ярым шаярып яһаған сығышы залды тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Яҡташтарына ҡунаҡҡа Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнәүи Сәлихов та килгән ине. Ул Яңауылда тыуып үҫкән, сығышы менән Уран ырыуынан булған арҙаҡлы шәхес Радик Гәрәев тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары активисы, "Без башҡортлар" ойошмаһы рәйесе Радик Бәхтиевтың сығышы барыһының да күңеленә үтеп инде.

«Бер нисә йыл элек бер кем дә беҙҙең телде башҡорт теле тип танымай ине. Ҡайһы саҡта, ата-әсәм мине башҡорт тип тәрбиәләп хаталанмаған микән, тигән уйҙар ҙа килә инебашҡа. Әммә бөгөн Башҡортостан ғалимдары ғына түгел, хатта Юлия Норманская кеүек Рәсәй филологтары ла төньяҡ-көнбайыш диалектын башҡорт теленең айырылғыһыҙ өлөшө, тип таныны. Шуға күрә хәҙер мин, бер кемдән дә оялмайынса, башҡорт телендә һөйләшәм», тине ул.

Артабан урандар үҙҙәре сығыш яһаны. Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рафаил Яхин әйтеүенсә, был инде урандарҙың икенсе съезы, сөнки беренсеһе 2013 йылда үткән һәм ул саҡта ырыу башлығы итеп Фәрит Минязев һайланған. Ул Фәрит Зыя улының төньяҡ-көнбайыш диалектын башҡорт теленең бер өлөшө тип таныу йәһәтенән әүҙем эшләүен билдәләне. Башҡа делегаттар араһынан сығыш яһаусылар ғаиләһенең, ауылдарының тарихы менән уртаҡлашты, тамырҙарының быуаттар төпкөлөнән килеүен һәм башҡорт халҡына барып тоташыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Артабан ырыу Советы ағзалары һайланды. Гербты тикшергәндән һуң, уны Уран ырыуының билдәләрен ҡулланып, геральдиканың бөтә ҡанундарына ярашлы итеп эшләргә ҡарар ителде. «Байрам» ирҙәр халыҡ квартеты Руслан Мөхәммәҙиевтың Гөлсәсәк Тимершина шиғырына яҙған йырын башҡарҙы. Бөтә делегаттар һәм Совет ағзалары бер тауыштан уны Уран ырыуының гимны сифатында раҫланы.

Иң ахырҙа Ырыуҙар йыйыны штандартын тапшырыу тантанаһы үтте. Эстафетаны Унлар ырыуы ҡабул итте һәм киләһе съезд 19 февралдә Ҡариҙел районында уҙасаҡ.

Сара художество үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусыларҙың концерты менән тамамланды.

Уртаҡлашыу