ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Свердловск өлкәһендә — башҡорт милли кейемдәрендә фотосессия

10 февраль 2021, 11:47

Екатеринбург ҡалаһы йәштәре Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә милли фотосессияла ҡатнашты.

«Ошондай сараны үткәреү идеяһы беҙгә #ЯМыКорни флешмобын уҙғарғанда тыуҙы. Шул ваҡытта урындағы башҡорт йәштәренең милли кейемдәрҙә фотолары булмауы асыҡланды. Беҙҙең маҡсат — милли кейем аша халҡыбыҙ үткәнен күҙалларға, үҙебеҙҙең кем икәнлекте аңларға мөмкинлек биреү ине», — тип һөйләне үҙәктең баш белгесе Светлана Ҡолмырҙина.

Сараны Башҡортостан Республикаһының Свердловск өлкәһендәге Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы методисы Юлиә Нуриәхмәтова ойошторҙо. Ҡумыҙ моңо фотосессияға үҙенсәлекле рух өҫтәне. Фоторәссам Аделина Ниғмәтова әйтеүенсә, эшләүе ҡыйын булманы. Образдар сағыу һәм баҙыҡ, милли күлдәктәр һәр кемдә үҙенсә күренә.

«Милли фотосессия башҡорт халҡы тамырҙарына тағы бер тапҡыр әйләнеп ҡайтырға мөмкинлек бирә. Светлана менән Юлиәгә үҙенсәлекле сара өсөн рәхмәт. Башҡортса һөтләп сәй эстек, халыҡ йырҙарын тыңланыҡ», — ти Ильмиә Первушина.

Был фотосессияла Зилара Фәттәхованың күптәнге хыялы тормошҡа ашҡан, Руфина Дәүләтшина бөтә күлдәктәрҙе кейеп ҡараған.

«Башҡорт милли кейем тарихы, төҫтәр тураһында күпте белдем. Үҙемде ысын башҡорт һылыуҡайы итеп тойҙом. Екатеринбургта тыуған яғымдың бәләкәй генә өлөшө бар, шуға ҡыуанам»,— ти Руфина Садиҡова.
Уртаҡлашыу