ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Арҙаҡлы ғалимә Фәнүзә Нәҙершинаға 85 йәш

7 февраль 2021, 13:32

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фәнүзә Нәҙершина 85 йәшен билдәләй.

Фәнүзә Айытбай ҡыҙы 1936 йылдың 7 февралендә Ауырғазы районы Иҫке Мораҙым ауылында тыуған.

Ул 200-ҙән ашыу ғилми эш, шул иҫәптән 30 китап (монографиялар, йыйынтыҡтар һәм «Башҡорт халыҡ ижады» фәнни серияһынан томдар) авторы. Шулай уҡ, «Салауат Юлаев» энциклопедияһы, «История Башкортостана с древнейших времен до 60-х гг. XIX в.» һәм «История башкирского народа» кеүек мәртәбәле хеҙмәттәрҙең авторҙарының береһе.

«Фольклор тигән камиллыҡ, сафлыҡ һәм матурлыҡ донъяһы менән һәр саҡ айырылғыһыҙ бәйләнештә йәшәүе, шул хазинаға хеҙмәт итеүе менән бәхетле Фәнүзә Айытбай ҡыҙы. «Урал батыр» һымаҡ бөйөк әҫәрҙәргә инаныу кешенең үҙен бейеклектәргә саҡыра. Ошондай аҫыл өлгөләрҙе беренсе булып башҡа телдәргә тәржемә итеп баҫтырыуҙы ойоштороуы менән Фәнүзә Нәҙершина айырыуса һауаплы, изге эштәр эшләй«,- тип яҙған уның тураһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев.

Башҡорт халыҡ ижадын, бигерәк тә риүәйәттәр менән легендаларҙы өйрәнеү тарихы Фәнүзә Нәҙершина хеҙмәттәрендә төрлө яҡлап эҙмә-эҙлекле тикшерелгән. Хәҙерге заман үҙе үк тәржемә эштәренең тағы ла киңерәк ҡолас менән алып барылыуын — донъяға инглиз теле аша сығыу талабын ҡуя. Хәҙер башҡорт фольклоры әҫәрҙәрен бер китапта өс телдә — башҡортса, русса, инглизсә сығарыу яңы традицияға әйләнеп бара. Заман талаптарына лайыҡлы яуап бирерлек бындай өс телле китаптарҙы башҡорт фольклористикаһында Фәнүзә Нәҙершина башлап ебәрҙе һәм ҙур уңыштарға өлгәште.

«Фәнүзә Айытбай ҡыҙын хаҡлы рәүештә „фәнебеҙ күрке“, „фән күгендә яҡты йондоҙ“ тип атайҙар. Ул башҡорт фольклорының көнүҙәк проблемаларын өйрәнеүгә лә ҙур өлөш индергән ғалимә. Үҙенең „Халыҡ һүҙе“ (1983), „Халыҡ хәтере“ (1986), „Халыҡ хәтере: башҡорт халыҡ риүәйәт, легендаларының тарихи ерлеге, жанр үҙенсәлектәре“ (2006) исемле монографияларында афористик жанрҙарҙы һәм тарихи прозаны сағыштырма планда өйрәнеп, башҡорт фольклористикаһы тарихында мөһим аҙым яһаны. Бөгөн дә һанап үтелгән хеҙмәттәр афористик жанрҙарҙы, тарихи прозаны монографик планда ентекле өйрәнгән, мөһим теоретик тикшеренеүҙәр булып ҡала», — ти Гөлнур Хөсәйенова,

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күренекле ғалимәне оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлай! Хөрмәтле Фәнүзә Айытбай ҡыҙына ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торған оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Уртаҡлашыу