VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Башҡорт Ғаиләһе ЙылыАйыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайБашҡорт тарихы йылыМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына А.В.Рюмин исемен тапшырыу башланғысын хупламай

4 февраль 2021, 20:44

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығына һәм «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы» учреждениеһы директорына хаттар оҙатты. Был хаттарҙа ҡурсаулыҡтың атамаһын үҙгәртеү башланғысына халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берлегенең ҡарашы белдерелгән.

Атап әйткәндә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы атаҡлы ғалим А.В.Рюминдың иҫтәлеген мәңгеләштереү ниәтен ҡеүәтләй, шәхестең ҡаҙаныштары матди һәм матди булмаған йәһәттәрҙән халыҡ хәтерендә йәшәргә тейеш, тип иҫәпләй.

Шул уҡ ваҡытта, хат эстәлегендә был ғәмәлгә йәмәғәтселектең яуабына ла иғтибар йүнәлтелә. Башҡорт халҡының мәҙәни асылын формалаштырыуҙа оло урын биләгән объектарға ҡағылышлы киҫкен башланғыстар ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Халыҡ ризаһыҙлығының асыҡ миҫалы итеп ҡурсаулыҡ етәкселеге тарафынан ойошторолған фекер белешеү килтерелә. Бында тауыш биргәндәрҙең шаҡтай ҙур өлөшө ҡурсаулыҡҡа ғалим исемен тапшырыу инициативаһына кире ҡарашта.

Был хат менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ғалимдың исемен мәңгеләштереүҙең башҡа юлдарын һәм ысулдарын эҙләргә әйҙәй.

Быға тиклем «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығы» учреждениеның атамаһын үҙгәртеп уға боронғо дәүер һүрәттәрен өйрәнгән ғалим А.В.Рюминдың исемен ҡушыу ниәтен белдергән ине. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына был алымға ҡарата мөнәсәбәт белдереүҙе һорау мөрәжәғәте килде.

Уртаҡлашыу