ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Яков Протазанов профессиональ башҡорт киноһындағы тәүге нәфис фильм авторы

4 февраль 2021, 10:26

4 февралдә билдәле совет кинорежиссеры Яков Протазановтың тыуыуына 140 йыл тула. Уның иң һуңғы эштәренең береһе — «Салауат Юлаев» фильмы. Степан Злобин романы буйынса төшөрөлгән таҫмала Башҡорт театры артистары Хажиәхмәт Бохарский, Вәли Ғәлимов, Ғималетдин Минһажев, Рим Сыртланов, Сәхи Сәйетов, Абдулләмин Зөбәйеров ҡатнаша. Салауат Юлаев ролен Арыҫлан Мөбәрәков башҡара. Башҡорт батыры тураһындағы фильм 1940 йылда төшөрөлә, 1941 йылдың 21 февралендә киң прокатҡа сыға. Һуғыш йылдарында уны йыш ҡына Ҡыҙыл Армия частарында яугирҙарҙың хәрби рухын күтәреү өсөн күрһәтәләр.

«Салауат Юлаев» — профессиональ башҡорт киноһындағы тәүге нәфис фильм. Уның байтаҡ өлөшө Ишембай районында төшөрөлә, фильмда Иҫәкәй, Ибрай, Һарғай, Маҡар, Зигановка, Васильевка, Әрмет ауылдары халҡы ҡатнаша. Йәйге ваҡиғалар мәлен һүрәтләгән эпизодтарға халыҡ кәрәк булғас, урындағы ағас эшкәртеү предприятиеһында, колхоздарҙа эштәр туҡтатыла. Барлыҡ аттарҙы ла кино авторҙары ҡарамағына тапшыралар.

Тамашасылар тау битендә торған йәш малайҙы яҡшы хәтерләйҙер. Был артистың исеме Имәнғол Дәүләтшин. Ул хәҙер һикһән йәштән уҙған булырға тейеш. Кадрҙарҙа Салауат Юлаевтың улы итеп һүрәтләнгән бәпес иһә ысынында ҡыҙ бала — Нурия Ғиззәтова. Тик сабыйҙың һуңғы яҙмышы аяныслы. Ике-өс йәшлек Нурия һуғыш осорондағы аслыҡ мәлендә ағыулы үлән ашап үлә. Маҡар ауылында хәҙер инде тарихи факттарға әйләнгән кадрҙарҙың береһе — Салауат Юлаевтан һорау алған урын — таш келәт тә һаҡланған. «Салауат мәмерйәһе» исеме менән йөрөтөлгән мәмерйә Кәлимосҡан ҡаяһында урынлашҡан һәм әлеге исеме уға ошо фильм сыҡҡандан һуң йәбешеп ҡала. Ысынында иһә Салауат Юлаев был яҡтарҙа бөтөнләй булмаған.

Уртаҡлашыу