VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Көрәш буйынса Республика беренселеге ярыштары үтә

2 февраль 2021, 14:21

5-7 февралдә Ауырғазы районының Талбазы ауылында 2007-2008 йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге үтә. Сарала 20 райондан 100 кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Төп судья Рәдиф Ғәли улы Аҡсурин.

Ярыш 2021 йылдың мартында Ҡазанда үтәсәк Рәсәй беренселегенә һайлап алыу туры сиктәрендә ойошторола. Киләһе һайлап алыу туры 2005-2006 йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр араһында 12-14 февралдә Ҡырмыҫҡалы ауылында үтә һәм легендар башҡорт генералы Миңлеғәле Шайморатовтың иҫтәлегенә арнала. Ә 19-21 февралдә Ғафури районының Красноусол ауылында 2003-2004 йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр араһында өсөнсө һайлап алыу туры уҙа.

Көрәш башҡорт халҡы мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Уның тураһында «Алдар менән Зөһрә», «Алпамыша менән Барсынсыһылыу» эпостарында һәм ауыҙ-тел ижадының башҡа ҡомартҡыларында ла телгә алына. Бындай ярыштар һабантуйҙар, йыйындар һәм башҡа халыҡ байрамдары ваҡытында уҙғарылған һәм әле лә уҙғарыла. Көрәш буйынса ярыштар шулай уҡ Ураҙа, Ҡорбан кеүек дини байрамдар ваҡытында ойошторола.

Уртаҡлашыу