VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихАтайсалБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Мостай Кәримдең «Өс таған» әҫәре кинотеатр экрандарында

1 февраль 2021, 13:24

4 мартта режиссер Айнур Асҡаровтың Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән «Өс таған» нәфис фильмы киң прокатҡа сыға.

«Фильм өҫтөндә ике йыл буйына 50-нән ашыу кеше эшләне. Мин ҙур ышаныс менән, башҡорт киноһында бындай сифатлы тауышты һәм һүрәтте күргәнегеҙ юҡ, тип әйтә алам! Ә музыкаһы ниндәй! Бәлки, iMAX залында ла күрһәтербеҙ», — ти Айнур Асҡаров.

Кинотаҫма Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына төшөрөлгән. Уның буйынса эш 2018 йылдың йәйендә һәм көҙөндә Ғафури, Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Өфө райондарында барҙы. Премьера алдынан күрһәтеү Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы 2019 йылда Өфөнөң «Родина» кинотеатрында ойошторолдо. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус пандемияһы сәбәпле киң премьера һәм прокат кисектереп торолдо.

Әммә был фильмға төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға һәм уларҙа еңергә ҡамасауламаны. Мәҫәлән, былтыр декабрь айында башҡорт режиссерының картинаһы 15-се Ҡытай Халыҡ-ара балалар киноһы фестивалендә иң яҡшы фильм тип танылды. Ноябрь аҙағында Гатчиналағы «Гранатовый браслет» кино фестивалендә Гран-при яуланы. Уға тиклем «Өс таған» Мәскәүҙә үткән «Будем жить» фестивале сиктәрендә «Ҡыҫҡа метражлы уйын киноһы» номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булды.

Уртаҡлашыу